+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гимназистарҙан - телеңде йоторлоҡ салат

Йәшерен-батырын түгел, хәҙер беҙҙең балалар араһында бешенергә белмәгәндәр ҙә бар, ҡайһы бер әсәйҙәр үҙҙәре ҡушмай әле аш-һыу тирәһендә булышырға. Ә бит ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫергә тейеш.

Гимназистарҙан - телеңде йоторлоҡ салат
Гимназистарҙан - телеңде йоторлоҡ салат

Дүртөйлө ҡалаһы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының технология дәресе бик үҙенсәлекле үтә. Балаларға ныҡ оҡшай ул. Гимназияның VII – VIII синыф уҡыусылары әле үҙҙәрендә үткән яҙғы «Йәйләү» лагерында бешеренеү серҙәренә төшөнөп, ике төрлө салат әҙерләп ҡараған. Уларҙы был эшкә уҡытыусы апайҙары өйрәткән. Хатта ҡай­һы берҙәре: «Хәҙер һатыу­ҙағын алмайым, үҙем әҙерләйәсәкмен», – тип тә әйткән әле. Ҡалай маладис­тар! Бына шулай ял көндәрендә гимназистар үҙҙәренә бик күп файҙалы мәғлүмәт туплап, салат яһарға өйрәнгән.
– Уҡыусыларға киләсәккә йүнәлеш биреү маҡсатында уларҙы ашнаҡсы һөнәре менән таныштырҙым. Дөрөҫ һәм тәбиғи аҙыҡ менән туҡланыу, гигиена ҡағиҙәләре хаҡында әңгәмәләштек. Әлбиттә, дөрөҫ туҡланыуҙың йәш организм өсөн ныҡ фай­ҙалы булыуы, өҫтәлде нисек биҙәп ултыртыу тураһында ла һөйләнем. Шулай уҡ йәшелсәләрҙән салат әҙерләү өсөн матур итеп турай белеү оҫталығы ла мөһим икәнлеген аңлаттым. Хатта малай­ҙарға ла ҡыҙыҡ булып китте, төрлө һорауҙар бирҙеләр.
Беҙ балалар үҙҙәре өйҙә бешереп килтергән аҙыҡтан ике төрлө салат яһаныҡ. Барыһы ла йәшелсәләрҙе рецептта өйрәтелгәнсә матур итеп турап, үҙ ҡулдары менән теленде йоторлоҡ һый әҙерләп, рәхәтләнеп һыйланды, – тип һөйләй технология уҡытыу­сыһы Зилә Фәрит ҡыҙы Ғәзизова.
Әле ошо уҡыусылар әҙерләгән ике салат рецебын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Винегрет өсөн кәрәк буласаҡ: 3 урта ҙурлыҡтағы картуф, 3 кишер, 3 сөгөлдөр, 3 аш ҡалағы тоҙланған кәбеҫтә, 3 тоҙланған ҡыяр, 1 баш һуған, 3 – 5 аш ҡалағы шыйыҡ май (үҙегеҙсә самалап һалырға), 1 балғалаҡ тоҙ һәм 1 банка консерваланған борсаҡ.
Сөгөлдөрҙө айырым һауытта – 90 минут, картуф менән кишерҙе 30 минут бешерәбеҙ. Бешеп сыҡҡас, һыуытабыҙ, ҡабыҡтарын әрсейбеҙ. Йәшелсәләрҙе матур итеп шаҡмаҡлап турағас, консерваланған борсаҡтың һыуын түгеп, салатҡа ҡушабыҙ, тоҙ һибәбеҙ. Шунан ғына шыйыҡ майҙы ҡойорға кәрәк.
«Ҡышҡы салат» әҙерләү өсөн кәрәк буласаҡ: 3 урта ҙурлыҡтағы картуф, 3 кишер, 4 йомортҡа, 300 грамм колбаса, 1 банка консерваланған борсаҡ, 3 тоҙланған ҡыяр, 1 балғалаҡ тоҙ, тәменә ҡарап йәшел әнис һәм һуған, 3 – 4 аш ҡалағы майонез.
Картуф менән кишерҙе – 30 минут, йомортҡаны 7 – 10 минут бешерәбеҙ. Һыуынғас, ҡабығынан таҙартып, барыһын шаҡмаҡлап турайбыҙ, тоҙ һипкәс, майонез һалып, әкрен генә бол­ғатабыҙ. Әҙерләп бөткәс, һыуыт­ҡыс­та бер аҙ ултыртып торабыҙ.

Гимназистарҙан - телеңде йоторлоҡ салат
Гимназистарҙан - телеңде йоторлоҡ салат
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: