+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Их, тәмле икән Вәзәмдең шифалы буҙаһы!

Хәйбулла районы Вәзәм ауылының буҙа оҫталары  Фаягөл һәм Гөлназ Суриналар бигерәк уңғандар. Икеһе лә — буҙа әҙерләү оҫталары. 

— Халҡыбыҙҙың шифалы эсемлеген беҙҙең ауылда һәр йортта тиерлек әҙерләйҙәр. Сөнки элек-электән ҡунаҡҡа килгәндәрҙе  буҙа менән ҡаршы алғандар. Буҙа — халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған буҙа менән һыйлау.

Ғөмүмән, буҙа — витамин һәм минералдарға бай  ризыҡ. Ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.  Бөгөн, шөкөр, ошо туҡлыҡлы һәм файҙалы эсемлегебеҙгә  иғтибар арта, — тип һөйләй уңған Суриналар.

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Их, тәмле икән Вәзәмдең шифалы буҙаһы!
Их, тәмле икән Вәзәмдең шифалы буҙаһы!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: