+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәштәр ҡаҙаныштары өсөн премия булдырыласаҡ

Өфөлә «Уңыш инсайты» тигән республика йәштәр фестивале үтте. Унда Башҡортостан төбәктәренән иң һәләтле, идеяларға бай 200 уҡыусы һәм студент ҡатнашты.

Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды, «Йәштәр сәйәсәте лигаһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.

Уҡыусы йәштәр өсөн — «Үҫеш биләмәһе», студенттар өсөн «Смарт-Тау» тигән форумдар үткәрелде. Иң яҡшы проекттар авторҙарына 20 — 50 мең күләмендә гранттар биреләсәк.

Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығы менән дә осрашты һәм Радий Хәбировға теләгән һорауҙарын биреү мөмкинлегенә эйә булды.

— Уңыш мотлаҡ юғары вазифа биләү тигән һүҙ түгел, ул, иң беренсе сиратта, юғары һөнәри оҫталыҡ, уникаль компетенциялар, эште юғары сифатлы итеп башҡарыу, — тип белдерҙе Радий Хәбиров, — уңыштың тағы бер мөһим факторы — ҡаҙаныштарыңды йәмәғәтселектең таныуы, социаль селтәрҙә, интернетта ғына түгел, ә иң элек ысын тормошта.

Республика етәксеһе йәштәргә ҡыуаныслы яңылыҡ та әйтте: 2023 йылдан республикала йәштәр ҡаҙаныштары премияһы булдырыласаҡ.

Әйткәндәй, уҡыусыларҙан информацион технологиялар буйынса проект авторҙары Лилиә Батыршина, Азалиә Ниғмәтуллина, Эльвина Сәйетова, Елизавета Царькова «Берҙәм Рәсәй» партияһының махсус приздарына лайыҡ булды.

Фото: glavarb.ru

Йәштәр ҡаҙаныштары өсөн премия булдырыласаҡ
Йәштәр ҡаҙаныштары өсөн премия булдырыласаҡ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: