+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Алда булһа ҙур теләк

Уҡыусыларҙың төрлө фәндәр буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йоғаҡлау этабы тамам. Ҡазан ҡалаһының «Байтик» һауыҡтырыу-мәғариф комплексында үткән технология буйынса бәйгелә лә Башҡорт­остан уҡыусылары һынатманы. Унда Рәсәйҙең 72 төбәгенән 277 уҡыусы ҡатнашты, шуларҙың 20-һе – еңеүсе, 96-һы призёр булып танылды.

Алда булһа ҙур теләк
Алда булһа ҙур теләк

Стәрлетамаҡтағы 3-сө лицейҙан Илья Бякшев – IX синыфтар араһында, Өфөләге Максим Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейынан Алексей Дмитриев һәм Стәрлетамаҡтағы 33-сө мәктәптән Денис Фазалов – унынсылар араһында, Дәүләкәндәге 4-се лицейҙан Генрих Чернигов ун беренселәр араһында призёрҙар исемлегенә инде.
Олимпиадала ҡатнашыусылар теоретик һәм практик турҙан һуң проект эштәрен яҡланы. Һәр береһе етәкселәре менән бергә йомғаҡлау этабына йыл буйына әҙерләнде һәм тырышлыҡтары бушҡа китмәне. Билдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы еңеүселәре һәм призёр­ҙары илдең теләһә ҡайһы юғары уҡыу йортона шул йүнәлеш буйынса имтиханһыҙ уҡыр­ға инеү хоҡуғына эйә.
Әйткәндәй, Дәүләкәндәге 4-се лицей уҡыу­сылары былтыр ҙа технология олимпиадаһында уңышҡа өлгәшкәйне. Генрих Чернигов – еңеүсе, ә быйыл X синыфта уҡыған Кирилл Пащенко призёр булды. Технология уҡытыусыһы Валерий Шәрәфетдинов был тырыш егеттәрҙе V синыфтан ағастан семәрләп төрлө әйберҙәр эшләү серҙәренә өйрәткән. Генрихты Рәсәй кимәлендә еңеүсе иткән проект эше «Думбыра – сәсәндәр теле» тип атала. Был музыка ҡоралын бик матур итеп эшләгән, музыка ҡоралы булыу­ҙан тыш, бына тигән интерьерҙы биҙәүсе лә ул.
Яҡшы уҡыған, тырыш егеттәр – Кирилл менән Генрих, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында уңыш яулаусы булараҡ, быйылғы уҡыу йылында республика Башлығы стипендиаттары исемлегенә лә ингән.
Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк, тигәндәй, бала саҡтан төрлө һөнәрҙәргә өйрәнеп үҫеү һәйбәт инде.

 

Алда булһа ҙур теләк
Алда булһа ҙур теләк
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: