+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Нимә модала?

Джинсы салбар – күптәрҙең яратып кейгән кейеме. Ниндәйе генә юҡ уның: тәнгә һылашып тор­ғаны, тишек-тошоҡлоһо, ағы, ҡараһы...

Нимә модала?
Нимә модала?

Ә быйыл джинсының киңе – клёш балаҡлыһы модала. Үткән быуаттың 80 – 90-сы йылдарында ла ошондай салбарҙар йәштәр араһында популяр булды, бына тағы мода ҡабатлана.
Ысынлап та, тубыҡтан йәки янбаштан уҡ киңәйеп киткән балаҡлы салбар кейгән ҡыҙҙар күбәйә. Бындай джинсыны ирҙәр күлдәгенә оҡшаған блузка, бәйләнгән свитер, футболка менән дә кейергә була. Киң балаҡлы салбар ҡыҙҙарҙы бер аҙ тыйнағыраҡ та күрһәткән кеүек. Быны һеҙ үҙегеҙ ҙә тегеп кейә алаһығыҙ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: