+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Эх, Бөрйәндең егеттәре»!

Илсаф Шаһиев һәм Максим Кашапов «Бәйләнештә» социаль селтәрендә бик популяр.

«Халыҡ баянсылары» (https://vk.com/public209727712), «Йырлап асыла күңел» (https://vk.com/public176493390) төркөмдәрендә, Зөлфирә Хәсәнованың (https://vk.com/id481665869) шәхси битендә улар башҡарыуында йырҙарҙы яратып ҡарайҙар, комментарийҙар ҡалдыралар.

Максим менән Илсаф Миәкә районының Сәтәй-Бөрйән ауылынан. Репертуарҙарында «Һағыныу йыры», «Дим буйҙары һары сәскә», «Кил, иркәм», «Ҡар һыуҙары» тигән йырҙар бар. Ә Максим өҫтәүенә баянда ла уйнай.

Был таланттарҙы белмәҫ тә, күрмәҫ тә инек, әгәр Зөлфирә Миңнулла ҡыҙы Хәсәнова булмаһа. Ул Сәтәй-Бөрйән ауылы клубын етәкләй. Халҡыбыҙ өсөн ҙур эштәр башҡара: өлкән быуын менән йәш быуынды бәйләп тороусы төрлө мәҙәни саралар ойоштора. Был үҫмерҙәрҙең видеоларын беҙгә еткереүсе лә ул.

Уҙған быуаттың йырҙарын йәшәтеүсе, йәшәртеүсе Илсаф менән Максимға уңыштар теләйбеҙ!

Видео: vk.com.

 

 

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: