+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Фәнзилдең ҡуяндары ла бар

Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең V синыфын «бишле» һәм «дүртле» билдәләренә генә тамамлаған Фәнзил КӘРИМОВтың каникул башланһа ла, ҡул ҡаушырып, өйҙә тик кенә ултырғанын һис күрмәҫһең. 

Фәнзилдең ҡуяндары ла бар
Фәнзилдең ҡуяндары ла бар

Өлкән бала булараҡ, ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы ул. Мал-тыуар ҡараша, ҡош-ҡорт ашата, баҡсаға һыу һибә, бәпкәләрҙе ҡарғаларҙан һаҡлай. Ул ғына ла түгел, ҡуяндар ҙа ҡарай Фәнзил. Егерменән артыҡ йомшаҡҡайҙары бар. Уларға ашарға һалып, урындарын таҙартып тора, һәр береһенә иғтибарлы.

– Ауылыбыҙҙа йәшәгән Вәсим бабайым ҡуяндар үрсетә. Уларға барған һайын ҡыҙығып ҡарай торғайным. Минең дә ҡуян­дарым булһа ине, тип хыялландым. Был хаҡта атайым менән әсәйемә лә әйтеп ҡарағайным, уйларбыҙ, тинеләр. Ә тыу­ған көнөмдә көтмәгәндә Вәсим бабайым, ҡустым менән икебеҙгә тип, ике ҡуян бүләк итте. Ныҡ ҡыуандым! – тип нисек ҡуянлы булып китеүен һөйләне ул.
Бүләк ителгән ҡуян­дар­ға атаһы, ҡустыһы менән бергә ситлек эшләп ҡуялар. Яңы урынға тиҙ генә өйрәнеп, яңы хужаларына еңел генә эйәләшеп ки­тә шеш­ҡолаҡтар. Изге күңелле, хәстәрлекле, уңған малай уларҙы ҡарау мәшәҡәттәренән һис ялыҡмай, киреһенсә, эшен яратып, ҡыуанып башҡара. Ҡустыһы Илназ да уға булыша.
– Үҙҙәрен кәбеҫтә, кишер, үлән, бесән, бой­ҙай менән һыйлайбыҙ. Һыу­ҙары бөтмәгәнме икә­нен тикшереп кенә торабыҙ. Ауыҙҙарын ослайтып, тиҙ-тиҙ генә ашай­ҙар. Уларҙы кү­ҙәтеүе шул тиклем ҡы­ҙыҡ. Ә иң ҡыуаныслы­һы – бәләкәй шешҡолаҡтарым барлыҡҡа килде. Яңы тыу­ған ҡуян балала­рын тоторға ярамай икәнен яҡшы беләм хәҙер. Көслө тауыштар­ҙан да ныҡ ҡурҡалар, – тип белгәндәре менән уртаҡлашты Фәнзил.
Ҡуяндарын бик ярата ул, улар хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Интернеттан да мәғлүмәттәр уҡый, нисек дөрөҫ тәрбиәләргә өйрәнә.
Ҡыҙыҡһыныусан, изге йәнле, уңған булып үҫеп килгән Фәнзилдең ҡуяндар аҫрауы – үҙенә күрә бер матур шөғөл, кәсеп бит. Бәләкәйҙән ваҡытты дөрөҫ бүлергә өйрәтеп, яуаплылыҡ, сабырлыҡ сифаттары ла тәрбиәләй ул бала күңелендә. Бәлки, һеҙҙең арала ла Фәнзил кеүек шәп егеттәр барҙыр? Улар хаҡында беҙгә лә яҙып ебәрегеҙ, дуҫтар!

Фәнзилдең ҡуяндары ла бар
Фәнзилдең ҡуяндары ла бар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: