+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тәмлекәстәре телеңде йоторлоҡ

Һеҙ фотола күргән был малай – Булат ВӘЛИЕВ. Өфөләге 25-се балалар баҡсаһына йөрөгән, көҙгә ул 24-се мәктәптең I синыфына уҡырға барасаҡ.

Тәмлекәстәре телеңде йоторлоҡ
Тәмлекәстәре телеңде йоторлоҡ

Тәмлекәстәр генә ашарға ярата икән был ма­лай, тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Ашарға ғына түгел, ә уларҙы бешерергә лә әүәҫ Булат. Әле бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, печенье, пицца, ҡабартма, хатта торт та бешерә белә ул. Телеңде йоторлоҡ килеп сыға. Салаттар ҙа әҙерләй.
– Бешеренә башлаһам, янымдан китмәй. Ярҙам итешәм, тип кенә тора. Еңелерәк рецептарҙы өйрәнеп алды. Ярҙамсым булғас, билмән, мантыҙарҙы «һә» тигәнсе эшләп ҡуябыҙ. Бешереү мәлен видеоға ла төшөрәбеҙ. Аҙаҡ шуларҙы, эй, ҡыҙығып ҡарай, – ти улы хаҡында әсәһе Әлиә Тәлғәт ҡыҙы.
Булат, бөтә малайҙар кеүек үк, футбол уйнарға, лего төҙөргә лә ярата. Тхэквондо менән шөғөлләнә, бассейнға йөрөй.
Мәктәпкә лә күптән әҙер ул. Хәрефтәрҙе таный, уҡый, һанай белә. Әллә күпме шиғыр-йырҙар ҙа өйрәнгән.
Ҡалала йәшәһәләр ҙә, ауылды ныҡ яҡын күрә Булат. Миәкә районының Илсеғол, Мәсетле районының Һабанаҡ ауылында ғүмер иткән өләсәй-олатай­ҙары янына ҡайтырға ашҡынып ҡына тора. Саф һауала рәхәтләнеп уйнай, велосипедта елдерә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡараша.
Әле лә ауылда рәхәтләнеп ял итә ул. Йәй буйына көс туплап, сынығып, нығынып, мәктәпкә ҙурайып барыр әле!

«Йәншишмә»нең дуҫтарына Булат еңел генә әҙерләнә торған ябай, әммә ныҡ тәмле килеп сыҡҡан «Панчо» торты рецебын да тәҡдим итә.
Бисквит әҙерләү өсөн: 3 йомортҡа, 125 грамм шәкәр ҡомо, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, ярты банка ҡуйыртылған һөт, 10 грамм ҡамыр йомшартҡыс, 1 аш ҡалағы какао, 200 – 230 грамм он кәрәк.
Крем өсөн: 500 грамм ҡаймаҡ, 200 грамм эремсек сыры, 100 грамм шәкәр ҡомо, ҡара емеш йә үҙегеҙҙең ҡарамаҡҡа башҡа емеш-еләк тә ҡулланырға мөмкин.
Йомортҡа менән шәкәр ҡомон миксер ярҙамында ҡабартҡансы болғатып, ҡуйыртылған һөт, ҡаймаҡ, ҡамыр йомшартҡыс, он ҡушып, ҡамыр әҙерләйбеҙ. Яртыһынан әҙерәген икенсе һауытҡа бушатып, какао ҡушабыҙ.
Ике төрлө ҡамырҙы ла майлы формаларға ҡойоп, 180 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкала 30 – 35 минут бешереп алабыҙ. Һыуынғас, какао ҡушылғанынан бер корж киҫеп алып, ҡалғанын шаҡмаҡлап бүлгеләйбеҙ. Икенсеһен дә шулай уҡ шаҡмаҡтарға киҫергә кәрәк.
Ваҡланған бисквитты кремға манып алып, полиэтилен тоҡсай менән уратылған тәрәнерәк һауытҡа аралаштырып теҙәбеҙ. Иң өҫкә корж һалына.
Тортты бер нисә сәғәт һыуытҡыста тотҡандан һуң тигеҙ тәрилкәгә түңкәрәбеҙ. Шунан ҡалған кремды һылап, иретелгән шоколад ағыҙып, грек сәтләүеге лә һибеп биҙәһәгеҙ, сәйгә телеңде йоторлоҡ тәмлекәс әҙер ҙә була.

Тәмлекәстәре телеңде йоторлоҡ
Тәмлекәстәре телеңде йоторлоҡ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: