

Ул Әбйәлил районы Ҡаҙмаш мәктәбенең V синыфын тамамланы. Бәләкәйҙән бик үҙенсәлекле бала булып үҫә. 5 айлыҡ сағында уҡ кәрәҙле телефонға сат йәбешеп, бирмәй илаған. Ата-әсәһе ниндәй генә уйынсыҡ телефон һатып алһа ла, уларҙы тотоп та ҡарамай, ташлай ҙа ҡуя икән.
– Улым ҙурая төшкәс, уйынсыҡтарҙы үҙе һайлай башланы. Баҡтиһәң, интернеттан ҡарап, иң популярҙарын алдырған икән. Уныһын инде Вәлинурға 10 йәше тулғанда ғына белеп ҡалдым. Бер мәл Асҡарҙағы «Маугли» уйын бүлмәһенә индерәйем, тыуған көнөнә бүләк тә булыр, тип үҙен шунда барырға саҡырҙым. «Мин бәпәй түгел!» – тип ҡаршы төшмәһенме?! Ул көндө минән гофра уйынсығы алдырғайны. Бының нимәһе ҡыҙыҡ инде, тип уйлаһам, Вәлинур шуларҙы яратып, оҙаҡ уйнатты.
Ә бер мәл магазинға Поп-ит уйынсығы килеп тулды. Берәүһен алып ҡайтҡайным, ул ҡыуанып: «Әсәй, мин шуларҙы үҙем эшләйем бит!» – тип ныҡ аптыратҡайны, – ти әсәһе Сәриә Һаҙый ҡыҙы.
Ауылда балалар баҡсаһы булмағас, уны ата-әсәһе биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Амангилде ауылына йөрөтә. Шунда тәрбиәсеһе Рәмзилә Исмәғил ҡыҙы Вәлинурҙың пластилиндан әүәләгән эштәренә иғтибар итә. Матур килеп сыҡҡан бит! Уның ижад эше Рәсәй кимәлендә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған конкурста I урын ала. Үҙе кескәй генә, ә танкыларҙы, һалдаттарҙы оҫта эшләгән.
Рысҡужа мәктәбендә уҡый башлағас та уҡытыусыһы Айгөл Ишбулды ҡыҙы менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡандар. Вәлинур республика кимәлендә онлайн рәүештә үткән әкиәтте башҡортсаға тәржемә итеү бәйгеһендә I урын алып һөйөнгән. Шулай уҡ ауылда сәхнәләштерелгән «Ҡәйнә» спектаклендә бәләкәй Вәли ролен килештереп уйнаған ул. Был спектакль менән районда I урын яулайҙар. Әлбиттә, Вәлинурҙың да еңеүҙә өлөшө ҙур булған.
Әйткәндәй, ул I синыфта уҡыған саҡта Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленә 50 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән «Тылсымлы балсыҡ» район конкурсында II урын яулай. Жюри ағзалары Вәлинурҙың ижад эшенә хайран ҡалһа ла, моғайын, әсәһе эшләп биргәндер, тип уйлап, уға I урын бирмәй. Ә бит Вәлинур әүәләгән Салауат һыны еңеүсе булырлыҡ ине.
Әсәһенә аш-һыу тирәһендә лә ҙур ярҙамсы ул. Билмәнде «һә» тигәнсе эшләп ҡуя икән. Ҡулдары ла килешеп тора. Үҙе төрлө тәмлекәстәр әҙерләй. Хатта бер мәл ата-әсәһенең эштән ҡайтыуына өс көнгә етерлек ҡарабойҙай бутҡаһы бешереп ҡуйған. Уның яратып әҙерләгән ризыҡтары: чипсы, шәкәрҙе иретеп, һура торған тәмлекәс.
Йәйгеһен балсыҡтан әүәләп тә бик күп һындар эшләргә өлгөрә. Ҡатлы-ҡатлы йорттар, мәктәп, магазин, мәсет...
– Шулай илһамланып китһә, Вәлинурҙы туҡтатып булмай. Ҡайһы арала эшләгәнен күрмәй ҙә ҡалам. Тиҙ башҡара. Бәләкәй генә деталдәрен дә еренә еткереп йәбештереп ҡуя. Эштәре һоҡланырлыҡ. Магазин кәштәләрендә һатыуҙа торған сувенирҙарың ары торһон. Үҫкәс, кем булырға хыялланаһың, тип һораһаң да, аныҡ ҡына әйтмәй. Блогер, скульптор, география уҡытыусыһы, тип кенә белдерә. Күп аҡса түләгән ерҙә эшләргә кәрәк, тип тә әйтеп һала. Тик минең күңелемде бер нәмә борсой: ауыл ерендә мәктәптәрҙә төрлө түңәрәктәр етешмәй, балаға ниндәй һөнәр һайлауға йүнәлеш биреү мөмкинлеге аҙыраҡ шул, – ти Сәриә Һаҙый ҡыҙы.
Хаҡ һүҙҙәр. Әйткәндәй, Вәлинур атаһы хаҡында мәҡәлә яҙып, гәзитебеҙҙә ойошторолған «Атайым – таянысым» бәйгеһендә лә ҡатнашҡайны.
Бына шундай мөғжизәләр әүәләүсе малай йәшәй Әбйәлил яҡтарында.
Зөһрә ХӘКИМОВА.