+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп

Туймазы районы Яҡшай ауылында йәшәүсе Айҙар менән Илнар Вәлиуллиндар – ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Әле улар бесәнгә төшкән.

Бәләкәйҙән эшкә өйрәнепБәләкәйҙән эшкә өйрәнеп
Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп

 Уны ла бит үҙ мәлендә эшләп өлгөрөргә кәрәк. Ғаиләләре күп итеп һарыҡ, һыйыр һәм ҡош-ҡорт аҫрай. Үҙҙәренең техникалары ла бар. Малайҙар улар менән эш итергә күптән өйрәнеп бөткән. Тиҙ генә йөк башына менеп, дөрөҫ итеп бесәнде тейәргә лә ҡулдарынан килә. Башҡара белмәгән эштәре юҡ үҙҙәренең.
Баҡса эшендә лә һынатмай был шәп егеттәр. Картуфты «һә» тигәнсе утап, күмеп сыҡҡандар. Кисен йәшелсә түтәлдәренә, сәскәләргә һыу ҡоялар.
Бына шундай уңған, аҡыллы, тырыш уҡыусыларыбыҙ бар Өйәҙетамаҡ мәктәбендә. V һәм VIII синыфты тамамлаған Айҙар менән Илнар «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый. Өс йәшлек бәләкәй Мәр­йәм һеңлеләренә лә өлгөлө ағай бит улар.
Халыҡ әйтмешләй, эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн инде.

Мәрхәбә ИҒТИСАНОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы районы, Өйәҙетамаҡ мәктәбе.

Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп
Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп
Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас