+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Камелия печенье ла бешерә

Һай, уңған да үҙе! Камелия Юнысованы маҡ­тап бөтә алмайҙар.

Камелия печенье ла бешерәКамелия печенье ла бешерә
Камелия печенье ла бешерә

Башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Ул Стәрлетамаҡтағы интернат-лицейҙың VIII «А» синыфын гел «бишле» билдәләренә генә тамамланы. Әле үҙенең тыуған Миәкә районы Миәкәтамаҡ ауылында ял итә. Буш ваҡыты булыу менән төрлө тәмлекәстәр бешереп, туғандарын һыйлай.
Шулай уҡ Камелия ҡул эштәренә лә маһир. Ырғаҡ менән төрлө-төрлө әйберҙәр бәйләй. Мәҫәлән, ултырғыс япмаһы, өйҙә кейер өсөн тапочкалар, мунса йыуғысы һәм төрлө уйынсыҡтар. Ә ул бәйләгән ҡул эштәре бигерәк матурҙар! Һоҡланып ҡарап тораһың.
Әле бына Камелия үҙе әҙерләгән һоло печеньеһы рецебы менән бүлешә. Әйҙәгеҙ, ул өйрәткәнсә бешереп ҡарайыҡ, дуҫтар.
Беҙгә кәрәк буласаҡ: 180 грамм он, 1 балғалаҡ йомшартҡыс (разрыхлитель), 1 балғалаҡ дәрсен (корица), 1 семтем тоҙ, 150 грамм һоло оно (овсяные хлопья), 100 грамм аҡ май, 100 грамм шәкәр ҡомо, 50 грамм бал һәм 1 йомортҡа.
Печеньены 180 градус эҫе мейестә 20 – 30 минут бешерергә.

Камелия печенье ла бешерә
Камелия печенье ла бешерә
Камелия печенье ла бешерә
Камелия печенье ла бешерә
Камелия печенье ла бешерә
Камелия печенье ла бешерә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас