+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балаҫ һуғырға өйрәнәләр

Әбеш мәктәбендә балаҫ һуғыу серҙәренә бәләкәйҙән өйрәтәләр. 

Балаҫ һуғырға өйрәнәләр
Балаҫ һуғырға өйрәнәләр

Кескәйҙәр өсөн «Серле һандыҡ» түңәрәге эшләй. Унда I, III синыф уҡыусылары шөғөлләнә икән.
– Балаҫ һуғыуҙың иң башланғыс баҫҡысында ғынабыҙ. Балаларға өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле. Мин үҙем Әбешкә яҡын булған Вәзәмдәнмен, ә беҙҙең ауылда балаҫ һуғыу оҫталары күп. Был шөғөлдө мәктәптә лә өйрәтергә булдым, – ти башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, «Серле һандыҡ»тың етәксеһе Айгөл Сәғәҙи ҡыҙы Ҡырғыҙбаева.
Был түңәрәктә балалар балаҫ һуғыу серҙәренә генә түгел, сәйләндән, таҫмаларҙан төрлө биҙәүестәр яһарға, сигергә, үрергә өйрәнәләр. Ҡул эштәрен күрһәттеләр, матур ғына килеп сыҡҡан. Һоҡланып ҡарап торҙоҡ.

М. ХӘЙБУЛЛИН.
Хәйбулла районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: