-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бергәләп ҡаҡ ҡойҙоҡ

Беҙҙең ғаилә ишле. Атайым иген үҫтерә. Әсәйем – балалар баҡсаһында ашнаҡсы. Әлеге ваҡытта өйҙә бәләкәс Мәҙинә һеңлемде ҡарай.

Бергәләп ҡаҡ ҡойҙоҡ
Бергәләп ҡаҡ ҡойҙоҡ

Уға – бер йәш тә һигеҙ ай. Фирзинә апайым Өфө дәүләт нефть-техник университетында белем ала. Кесе апайым Гөл­нәзирә быйыл – VIII синыфҡа, ә үҙем III синыфҡа уҡырға барасаҡбыҙ. Икебеҙ ҙә бейергә, йырларға яратабыҙ. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә призлы урындар алдым. Алла бирһә, тағы ла ҙурыраҡ уңыштар яуларға тырышасаҡ­мын.
Йәйем бик файҙалы һәм күңелле үтә. Ғаиләбеҙ менән бергәләп еләк-емешкә йөрөнөк. Быйыл еләк бигерәк ныҡ уңды. Әсәйем күп итеп ҡайнатма эшләне. Йоморо килеш уны туңдыр­ғысҡа ла һалдыҡ.
Ә бер көн Гөлнәзирә апайым, әсәйем бергәләп ҡаҡ ҡойҙоҡ. Бик шифалы бит ул, һыуыҡ тейгәндә ныҡ ярҙам итә. Ә ҡаҡты былай әҙерләнек: еләкте ит турағыстан үткәрҙек тә ҙур булмаған таҡталарҙы майлап, шунда йоҡа ғына итеп йәйҙек. Иҙмәне ҡояш төшмәгән, еләҫ урынға киптерергә ҡуйҙыҡ. 3 – 4 көндә тәмле ҡағыбыҙ әҙер булды.
Шулай уҡ башҡа емештәрҙән дә төрлө ҡайнатмалар, компот эшләнек. Ҡышҡылыҡҡа беҙ шулай ихлас әҙерләнәбеҙ ул. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.


Нургизә СӘЙӘХОВА,
Бөрйән районы,
Мәһәҙей мәктәбе.

Бергәләп ҡаҡ ҡойҙоҡ
Бергәләп ҡаҡ ҡойҙоҡ
Бергәләп ҡаҡ ҡойҙоҡ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: