+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Камиллыҡҡа ынтыла

Гүзәл зат, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт ҡояшҡа ынтылып хужаһын сәскәһе менән ҡыуандырырға ашыҡҡан гөлдәй, матурлыҡҡа, камиллыҡҡа ынтыла. Һуңғы йылдарҙа матурлыҡ индустрияһы үҫмерҙәр араһында ла үҫешә бара. Ҡыҙҙар каникул мәлдәрендә фантазияларын эшкә егеп, тырнаҡтарын буяй, унда һүрәттәр төшөртә, кисәләргә төрлө причёскалар эшләтә. Һәр береһе үҙ зауығын булдырырға тырыша. Әлбиттә, ихтыяж артҡан һайын был өлкәнең үҙ оҫталары ла барлыҡҡа килә.

Камиллыҡҡа ынтыла
Камиллыҡҡа ынтыла

Зилиә – Өфө ҡыҙы. 14-се мәктәптең VIII синыфын тамамлаған. Әнфисә һәм Хәсән Ғарифуллиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Нурания исемле апаһы бар. Пандемия ваҡытында атаһы ҡыҙҙары ваҡыттарын бушҡа уҙғармаһын, тип тырнаҡтар эшләү буйынса кәрәк-яраҡтар алып бирә. Күптән был турала уйланып йөрөгән Зилиәгә интернет та булышлыҡ итә. Маникюр эшләргә оҫтарып ала. Бер юлы причёскалар яһау, биҙәнеү буйынса ла үҙ аллы белемен камиллаштыра. Яйы сыҡҡас, әхирәттәренә үҙ һөнәрен күрһәтә. Үҫмер ҡыҙҙарға эҙләнгән, модаға эйәреп, үҙенең ижади зауығын да ҡушып һәр нәмәне ентекле итеп башҡарған Зилиәнең һәр эше оҡшай. Уға теге йәки был байрам алдынан йыш мөрәжәғәт итә башлайҙар.
– Кеше араһында булыу, йәнле аралашыу оҡшай. Миңә ярҙам һорап мөрәжәғәт итһәләр, ваҡытым булғанда, бер ҙә баш тартмайым. Ҡайһы саҡ атай-әсәйемдең таныштары кескәй балаларының иртәлектәргә матур булып барыуҙарын теләй. Иртә менән йоҡоһо туймаған бәләкәстең күп ваҡыт кәйефе булмай. Мыжырға, хатта иларға тотона. Шул саҡта яратҡан йәнһүрәте, уйынсығы, төҫө тураһында һорайым. Теле телгә йоҡмай тәтелдәй башлағас, тиҙ генә сәсен үреп, бөҙрәләтеп тә ҡуям. Үҙенә оҡшаған төҫтән ялтырауыҡтар менән битен биҙәгәс, бая ғына бар донъяға яр һалып иларға әҙер кеше шатлығынан сәпәкәйләп ебәрә. Ниндәйҙер килем алыр өсөн эшләмәйем. Әсәйем Әнфисә Әхтәр ҡыҙы беҙҙе һәр ваҡыт ҡурсаҡтай итеп кейендереп, ҡарап йөрөттө. Уға оҡшарға тырышам һәм киләсәктә мин дә ҡыҙҙар­ға әсәй булһам, уларҙы ла шулай матур итеп йөрөтөрмөн, тип хыялланам. Шуға әле тәжрибә туп­лай торам, – ти ул.
Оҙон зифа буйлы, тырыш ҡыҙҙың икенсе шөғөлө лә бар. «R.models» студияһында махсус белем алған. Әлеге ваҡытта төрлө сараларға, сәнәғәт предприятиеларының эш кейемдәрен күрһәтер өсөн модель булараҡ саҡыралар. Үткән йыл фольклориаданы асыу тантанаһында ҡатнашҡан. Зифа буйлы, асыҡ йөҙлө, һау-сәләмәт булыр өсөн өйҙә ярҙам итеп, төрлө физик эштәрҙән баш тартмаҫҡа, алама ғәҙәттәр менән дуҫлашмаҫҡа кәрәк, тигән фекерҙә Зилиә. Шулай уҡ камера алдында эшең уңышлы сыҡһын өсөн, туйғансы йоҡларға, көн дә бер үк ваҡытта әүен баҙарына китеп, бер үк ваҡытта уянырға, саф һауала күп йөрөргә, дөрөҫ туҡланырға кәрәк икәнлеген дә белә.
– Ә иң мөһиме, күңелеңдә насар уйҙарға урын булмаҫҡа тейеш, – ти моделлек серҙәре менән бүлешеп ҡыҙ.
Һәләтле, заман менән бергә атлаған, донъя кимәлендә танылыу яулаған башҡорт һылыуы Ирина Шейк кеүек моделдәргә алмаш булып үҫкән Зилиә Ғарифуллинаның исемен киләсәктә лә ишетеп ҡыуанырбыҙ әле.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: