+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өлгөрөп ҡал!

Йәй бикләнек банкаларға

Өлгөрөп ҡал!
Өлгөрөп ҡал!

Ҡышын сығарыр өсөн.
Оҙон ҡышта йәйҙәр танһыҡ,
Шуға тип һалдыҡ көсөм.
Бер банкаға баҡсалағы
Еләктәр инеп ятты,
Икенсеһенә сейәнән
Компот әҙерләп яптыҡ.
Ҡалманы бер банка ла буш,
Бик тырышҡас, булдырҙыҡ!
Ейәндәрем һөйөндөләр,
Үҙебеҙ ҙә шат булдыҡ!
Баҡсалағы емештәргә
Һөйөү үрелеп үҫкән.
«Ризыҡтарыбыҙ мул булһын!» –
Тигән теләктәр күскән.
Еләк, сейә, алма тәмле,
Ҡарағат – беҙгә шифа.
Кишер, ҡыяр, кәбеҫтәнән
Булыр буйыбыҙ зифа.
Таҡта-таҡта ҡаҡ әҙерләп
Йәйҙәр тәмен теләбеҙ.
Еләк ғүмерҙәре ҡыҫҡа –
Шуны яҡшы беләбеҙ.
Аллаһыбыҙ ҡөҙрәте киң –
Емеш быйыл бик уңған.
Иренмәйсә өлгөрөп ҡал,
Йыя алмаҫ һуңлаған!
Әҙерләгән ризыҡтарҙы
Бергә-бергә ашарбыҙ,
Сәбәп табып йыйылышып,
Йыш ҡунаҡ булышырбыҙ!

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА, уҡытыусы.
Миәкә районы, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: