+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шифалы үләндәрҙән — панно

«Панно» һүҙе латинсанан тура тәржемә иткәндә «туҡыма киҫәге» тигәнде аңлата. Беркетеү урынына ҡарап, ул төрҙәргә бүленә: стенаға, түшәмгә, иҙәнгә, тышҡа ҡуйыу өсөн. Минең яһаған панно менән йоҡо бүлмәһен биҙәргә лә була, мунсаға элеп ҡуйырға ла мөмкин, сағыу сәскәләр тышты ла күркәмләндереп торор.

Шифалы үләндәрҙән — панно
Шифалы үләндәрҙән — панно

Панно эшләр өсөн беҙгә яҡынса 40 сантиметр тирәһе оҙонлоҡтағы тигеҙ генә 2 тал сыбығы кәрәк. Ике яҡтан бер береһенә 30 – 40 сантиметр ара ҡалдырып, еп үткәреп бәйләп сығабыҙ. Панноны элеп ҡуйыр өсөн ептәрҙе үреп, ике яҡ осонан бәйләйбеҙ. Аҫтағы ептәрен үҙебеҙгә оҡшағансы биҙәкләп төшөрәбеҙ. Бына шулай төп өлөш әҙер.
Хәҙер инде йыйған үләндәрҙе аралаштырып кей­ҙереп ҡуяһы ғына ҡала. Шифалы үләндәрҙе сәскәләре, төҫтәре буйынса аралаштырып теҙһәң, матурыраҡ буласаҡ.
Ептәр араһынан үләнде һабаҡ яғынан кейҙе­рә башлайбыҙ. Тәүҙә һулдан – уңға, шунан уң­дан һулға үткәрәбеҙ. Артабан башҡа төрлө үләндәрҙе лә шул рәүешле аралаштырып теҙеп сыға­быҙ.
Мин ете төрлө шифалы үлән ҡулланып эшләнем. Унда мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, боланут, аҡ сәскә, меңъяпраҡ, әрем, пижма үләндәре бар.
Хуш еҫле, шифалы үләндәрҙән эшләнгән панно матур ҙа, файҙалы ла.

Зарема ТАҺИРОВА.
Йылайыр районы, Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы.

Шифалы үләндәрҙән — панно
Шифалы үләндәрҙән — панно
Шифалы үләндәрҙән — панно
Шифалы үләндәрҙән — панно
Шифалы үләндәрҙән — панно
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: