+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Түшелдерек кейәм әле...

Милли кейем һәм биҙәүестәр әҙерләү менән шөғөлләнеүсе оҫталар араһында йәштәрҙең дә күп булыуы һөйөндөрә. Бына шундайҙарҙың береһе – Бөрйән районы Байназар мәктәбенең X «А» синыфы уҡыусыһы, гәзитебеҙҙең йәш хәбәрсеһе Вәсилә Әйүпова.

Түшелдерек кейәм әле...
Түшелдерек кейәм әле...

– Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының төп биҙәүестәренең береһе булған түшелдерек эшләйем. Матур ғына килеп сыға. Уны селтәр, һаҡал тип тә атайҙар. Түшелдеректе төрлө таштар, мәрйен, ҡортбаш һәм көмөш тәңкәләр менән биҙәгәндәр. Әлеге көндә боронғо милли биҙәүестәрҙе тергеҙеү, онотолғандарҙы кире ҡайтарыу өсөн күп эштәр башҡарыла. Шул иҫәптән селтәр-түшелдеректәр эшләү ҙә модаға инеп китте. Уны замансалатып, йәғни стилләштереп, төрлөсә итеп эшләйҙәр.
Минең был биҙәүескә ҡыҙыҡһыныуым VI синыфтан башланды. Хеҙмәт дәресендә уҡытыусыбыҙ Сәлимә Билал ҡыҙы Ҡарағолова беҙгә түшелдерек эшләргә өйрәткәйне. Шул саҡта уҡ күңелемде һалып, тырышып баш­ҡарҙым был хеҙмәт емешемде. Башҡалар тегенән-бынан ғына тәңкә тегеп, ябай ғына итеп текте. Ә мин мәрйен, селтәр менән түш өлөшөнә ҡортбаш, тәңкәләр ҡуйып, тояҡ эшләп ҡуйҙым. Ул ваҡытта 1 һумлыҡ аҡсаларҙы атайым ти­шеп биргәйне. Хәҙер үҙемдең дә ҡулдан килә. Уҡытыусым маҡтап: «Иң матуры – һинең эшең», – тип баш­ҡаларға өлгө итеп ҡуйғайны.
Һеңлеләремә тип ҡырҡып алын­ғандарынан бәләкәй генә ыҡсым түшелдерек эшләйем. Тыуған көндәрҙә бүләккә бирергә лә була. Һатып алыр­ға теләүселәр ҙә табылды. Арыу ғына аҡса эшләргә лә мөмкин икәнен аңлап ҡалдым.
Башҡорт милли биҙәүесен эшләүе ҡыйын түгел, иң мөһиме: сабырлыҡ, түҙемлелек, тырышлыҡ кәрәк. Һеҙҙең дә ҡулдан килә ул.

Түшелдеректе эшләр өсөн фетр материалы, мәрйен, ҡортбаш, таҫма (муйынға тағыр өсөн), тишелгән тинлек аҡса һәм башҡорт орнаменттары кәрәк буласаҡ. Иң тәүҙә фетр материалын үҙебеҙгә оҡшаған формаға килтереп, ҡырҡып алабыҙ. Артабан мәр­йендәрҙе ромбик, йәғни кәрәҙ формаһында теҙәбеҙ. Шунан үҙебеҙ теләгәнсә ҡортбаш, тинлек аҡса һәм орнаменттарҙы те­геп ҡуябыҙ. Иң һуңынан инде түшелдеректе тағыр өсөн таҫманы әҙерләйбеҙ. Шулай уҡ түшелдеректең артында төйөндәре күренеп торма­һын өсөн фетр төҫөндәге ябай материалды матур итеп тегеп ҡуябыҙ.
Афарин, Вәсилә! Әйткәндәй, уңған ҡыҙ кешеләрҙең һорауы буйынса нисек кәрәк, шулай ҙа тегеп бирә.

 

Түшелдерек кейәм әле...
Түшелдерек кейәм әле...
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: