+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Афарин, исламбайҙар!

Бөрйән районында "Халҡымдың бай мираҫы" тигән бик матур конкурс үткән. Унда Исламбай ауылыныҡылар (id423230259) ҙа әүҙем ҡатнашҡан. VI синыфтан Илһам Кәримов мейес сығарыу оҫтаһы Рәил Хәйбуллин тураһындағы эше менән I урынға лайыҡ булған. Ә Линар Мырҙағолов солоҡсо ауылдашы Ғәзинур Ибраһимов тураһындағы видеопрезентацияһы менән II урын алған. Һеҙгә уның эшен тәҡдим итәбеҙ.

Афарин, исламбайҙар!
Афарин, исламбайҙар!

Ә Илһамдың мейес сығарыу тураһындағы ҡыҙыҡлы презентацияһын гәзитебеҙҙең "Һөнәре барҙың - ҡәҙере бар" махсус битендә баҫтырырға булдыҡ.

Фото: vk.com.

Афарин, исламбайҙар!
Афарин, исламбайҙар!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: