-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йөн тетә, иләй беләһеңме?

Китапханабыҙҙа «Һарыҡ йөнөнөң файҙаһы» исемле оҫталыҡ дәресе үтте. Унда ауылыбыҙҙың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары, балалары саҡырылды. Мин тәүҙә һарыҡ йөнөнөң, тиреһенең, эс майының, хатта сайырының да файҙалы булыуы тураһында һөйләнем, күргәҙмәгә ҡуйылған, йөндән эшләнгән әйберҙәр менән таныштырып үттем. Артабан оҫталар һарыҡ ҡырҡыу, йөн тетеү, иләү, сиратыу, аяҡлау серҙәре менән уртаҡлашты.

Борондан беҙҙең әсәй-өләсәйҙәребеҙ ҡаба таҡтаһына йөндө бәйләп, орсоҡ менән йөн иләгән. Был ысул менән балаларҙы Тәнзилә Талха ҡыҙы Атауллина таныштырҙы һәм ҡыҙҙарға йөн тетергә лә өйрәтте. Зөбәржәт Ғүмәр ҡыҙы Кәримова энә менән ойоҡ-бейәләй бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресе күр­һәтте. Лилиә Нәзим ҡыҙы Һөйөндөкованың аяҡ менән баҫып, тәгәрмәсен бау ярҙамында әйләндерә торған боронғо йөн иләгес станок менән йөн иләүе балаларҙа айырыуса ҡыҙыҡ­һыныу уятты. Ә Гөләмзә Сабирйән ҡыҙы Ишбаева электрға тоташтырылған хәҙерге заман йөн иләгес машинала эшләү серҙәре менән уртаҡлашты. Балалар ҡы­ҙыҡһынып, үҙҙәре лә иләп ҡараны, ә малайҙар аяҡланған йөндө йомғаҡҡа йомарлап ярышты.
Оҫталыҡ дәресе ҡыҙыҡлы үтте.

Флүзә ӘХМӘТЙӘНОВА, китапханасы.
Бөрйән районы, Исламбай ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: