+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өләсәһенән өйрәнә

Башҡорт кейемен милли биҙәүестәрһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Матурлыҡ өлгөһө булыуы ғына етмәй, улар күҙ тейеүҙән дә һаҡлай, тигән ырым бар. Ысынлап та, ҡайһы берҙәре һаулыҡ өсөн файҙалы. Мәҫәлән, ҡашмау – арҡаны, умыртҡа һөйәген төҙ тоторға ярҙам итә. Әлеге көндә лә милли биҙәүестәргә ҡыҙыҡһыныу ҙур. Оҫталар уларҙы стилләштереп эшләй.

Рәйлә Кәшфулла ҡыҙы Латипова – Ғафури районының Юлыҡ ауылынан. БДПУ-ны тамамлағас, Ҡыйғы районында, Ишембай ҡалаһында урыҫ һәм башҡорт телдәренән уҡыта. Салауат ҡалаһына күсеп килгәс, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ҡайҙа эшләһә лә, йәш быуынды милли асылыбыҙ нескәлектәренә төшөндөрә, телебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү, ихтирам тәрбиәләй.
Бынан бер нисә йыл элек милли биҙәүестәргә ҡыҙыҡһыныу, ихтыяж артҡанын күреп, Рәйлә Кәшфулла ҡыҙының да был эш менән шөғөлләнергә теләге барлыҡҡа килә. Буй етмәһә – уй етә, ә уй етһә – буй етә, тиҙәр бит. Ул махсус магазиндарҙа була, эҙләнә, өйрәнә. Өләсәһенең яңы шөғөлөн күреп, ейәнсәре Илвина ла ҡыҙыҡһына башлай. Түшелдерек, ҡашмау, муйынсаҡ, ал­ҡа кеүек беҙҙең халыҡта киң таралған биҙәүестәрҙе икәүләшеп эшләргә тотоналар. Был ваҡытта утыҙ йыл балаларға белем биргән мөғәллимә ейәнсәренә әкиәттәр, төрлө фәһемле ваҡиғаларҙы һөйләүҙе, мәҡәл һәм әйтемдәрҙең мәғәнәһен төшөндөрөүҙе лә маҡсат итеп ҡуйған.
Илвина Ишбирҙина – Ишембай ҡалаһының 1-се гимназияһында II синыфта белем ала. Гимнастика менән шөғөлләнә, һүрәт төшөрөргә, бейергә ярата. Өйҙә ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы. Әйткәндәй, әсә­һе Лилиә Илгиз ҡыҙы ла ҡул эштәре менән булышырға әүәҫ икән. Ырғаҡ менән урындыҡҡа, ултырғысҡа, иҙәнгә япмалар бәйләй.
Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тиҙәр бит. Быны беҙ Рәйлә Кәшфулла ҡыҙы өлгөһөндә күрәбеҙ. «Илвинаның милли би­ҙәүестәргә булған ҡыҙыҡ­һы­ныуы мине дәртләндерә, ара­быҙҙағы өләсәй-ейәнсәр мөнәсәбәтенә йылылыҡ өҫтәй. Ә инде уның: «Мин үҙемдең милли биҙәүестәремде балаларыма бүләк итәсәкмен, был шөғөлдө уларға ла өйрәтәсәкмен», – тиеүе быуындар сылбырының өҙөлмәйәсәгенә, милләтебеҙҙең үҙ моңо, үҙ йәшәйеше һаҡланасағына ишара», – ти ул шатланып.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Өләсәһенән өйрәнә
Өләсәһенән өйрәнә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: