-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шыршы ҡупшы кейенер

Иглин районының Ҡарамалы ауылында йәшәүсе ағалы-һеңлеле Сулпан һәм Ислам Ҡәйүмовтар Яңы йыл байрамына әҙерлекте күптән башлаған. Үҙ ҡулдары менән шыршыға уйынсыҡтар яһай улар. Оҫтарып та бөткәндәр инде. Эшкә тотонһалар, «һә» тигәнсе мөғжизә хасил була.

– Быйыл шыршыбыҙҙы үҙебеҙ яһаған уйынсыҡтар менән генә биҙәргә һөйләштек. Атайыбыҙ шыршы алып ҡайтҡансы, моғайын, уйынсыҡтар етерлек булыр. Әлегә тубырсыҡтан, фетрҙан, атлас таҫмаларҙан эшләнек. Был шөғөл ныҡ оҡшай. Магазиндыҡына ҡарағанда үҙебеҙҙеке матурыраҡ һымаҡ, – ти Сулпан.
Ысынлап та, күңел йылыһын һалып, күҙ нурҙарын түгеп яһаған уйынсыҡтарға бер ни ҙә етмәй инде. Үҙенсәлекле булыуҙары менән дә иғтибарҙы йәлеп итә бит улар, үҙең эшләгәне ҡәҙерлерәк тә була. Ул ғына ла түгел, бала күңелендә матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләй, сыҙамлылыҡ, түҙемлекте арттыра, фантазияны байыта.
Ә был юлы бер туғандар янған лампочкаларға «йән өргән». Ана бит ниндәй матур, сағыу уйынсыҡтар килеп сыҡҡан!
– Иҫке лампочка, гуашь, сағыу төҫлө туҡыма киҫәктәре, таҫма, ҡатырға, елем, фломастер, ҡайсы һәм теләк кенә кәрәк. Иң тәүҙә лампочкаларҙы үҙегеҙгә оҡшаған төҫкә буяп киптерәһегеҙ ҙә шунан туҡыманан ҡолаҡтар ҡырҡып йәбештерәһегеҙ. Унан һуң инде шыршыға элер өсөн елем ярҙамында таҫма беркетеп, фломас­тер менән күҙҙәрен, ауыҙын, танауын төшөрәһегеҙ. Мин үҙемдекеләргә ҡатырғанан эшләпә яһап кейҙер­ҙем, һеңлем таҫма таҡты. Быныһын кем нисек теләй, шулай биҙәй инде, – тип гәзит уҡыусыларына ла серҙәрен систе Ислам.
Әйткәндәй, был уңған малай II синыфта уҡый, һеңлеһе быйыл I синыф­ҡа барған. Белем тауына тырышып артыла улар, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға ла өлгөрәләр. Икеһе лә «Калейдоскоп» һүрәт төшөрөү һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Һуңғыһын әсәйҙәре етәкләй. Бына кемгә оҡшап оҫта ҡуллы, уңған, һәләтле икән үҙҙәре! Эльвира Радик ҡыҙының да башҡорт ҡурсаҡтарын эшләү менән тирә-яҡҡа даны таралған бит.
Тылсымлы байрамды түҙемһеҙлек менән көткән ағалы-һеңлеле Ҡәйүмовтарға: «Афарин!» – тиергә генә ҡала. Моғайын, уларҙың шыршыһы быйыл иң ҡупшыһы булыр ҙа.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: