+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Матурлыҡты үҙебеҙ тыуҙырайыҡ

Мөғжизәле Яңы йыл яҡынлаша. Күптәрегеҙ гирляндалар элеп, шыршы биҙәргә лә өлгөргәндер әле. Байрам кәйефен ана шулай үҙебеҙ тыуҙырабыҙ бит. Бөгөн беҙ һеҙҙе үҙ ҡулдарығыҙ менән декоратив камин эшләргә өйрәтмәксебеҙ. Был матурлыҡ йортоғоҙҙо ла күркәмләтер, күңелдәрегеҙҙе лә йылытыр. Әйҙәгеҙ, эшкә тотонайыҡ.


Беҙгә ҡатырға ҡумталар, пенопласт, пенопласт молдинг, ҡағыҙ скотч, ПВА елеме, аҡһыл обой, акрил буяуы, ҡайсы, кәнсә бысағы кәрәк буласаҡ.
Телевизор, монитор, туңдыр­ғыс кеүек ҙур әйберҙәрҙән ҡал­ған ҡатырғалар менән эш итеүе күпкә еңелерәк. Әгәр ҙә ҡул аҫтында бәләкәйҙәре генә булһа, ҡайғырмағыҙ. Уларҙы ла ҡуллана алаһығыҙ.
Үҙегеҙ өсөн буласаҡ каминдың һыҙмаһын да һыҙһағыҙ, эшегеҙ еңеләйер.
Һүрәткә ҡарап, ҡумталарҙы камин формаһына килтереп, кәрәк ерҙә киҫеп, елем, скотч ярҙамында беркетегеҙ. Өҫтө һәм аҫты өсөн пенопласт ҡулланырға була. Пенопластың эргәһенә пенопласт молдинг йәбештереп сығығыҙ.
Шунан инде аҡһыл төҫтәге обойҙы дүртмөйөшләп киҫеп, «кирбес» әҙерләйбеҙ һәм, һүрәттәгесә, елем ярҙамында каминға йәбештерәбеҙ. Аҙаҡ «кирбес»тәр араһынан күренеп торған ҡатырғаларҙы аҡ төҫтәге акрил буяу ярҙамында буярға кәрәк буласаҡ. Әгәр ҙә өйөгөҙҙә кирбес һүрәтле обой бар икән, тағы ла яҡшыраҡ. Был инде, эшегеҙ еңелләште, тигән һүҙ. Әҙер обойҙы ғына йәбештерергә була.
Ҡыҫҡаһы, каминдың формаһы, төҫө, биҙәлеше һәр кемдең үҙенең ҡарамағында. Кемгә нисек оҡшай инде. Әҙер камин эсенә май шәмдәр ултыртыу, гирляндалар ҡуйыу уны тағы ла күркәмләтәсәк.
Фантазияғыҙҙы эшкә егеп, өҫтөн байрамса биҙәп тә ҡуйһағыҙ, яңы йыл декоры күҙҙең яуын алып ултырасаҡ.

Матурлыҡты үҙебеҙ тыуҙырайыҡ
Матурлыҡты үҙебеҙ тыуҙырайыҡ
Матурлыҡты үҙебеҙ тыуҙырайыҡ
Матурлыҡты үҙебеҙ тыуҙырайыҡ
Матурлыҡты үҙебеҙ тыуҙырайыҡ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: