

Эшебеҙҙе һаpыҡ йөнөн йoмшаpтып, ике төрлө аяла тетеүҙән башланыҡ. Зилә Минһажетдин ҡыҙы үҙе эшләп күрһәтә, уның өйрәткәнен ҡабатлайбыҙ. Шунан тетелгән йөндө түшәлгән полиэтиленға йәйеп сыҡтыҡ та төpлө төҫтәpҙән башҡорт орнаменттары яһаныҡ. Эшләгән биҙәктәр өҫтөнә түл һалдыҡ. Һыуға һабын ҡуштыҡ та уны әҙ-әҙләп кенә усҡа алып, йөндө ыуаланыҡ. Формаға килһен өсөн ҡул менән һуҡҡылап баҫып сыҡтыҡ. Тырыша торғас, бик матур кейеҙ түшәк әҙер ҙә булды. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күргәс, кейеҙ тәгәрәткәндә йырлап ебәргәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
Үҙебеҙ өсөн бик фәһемле дәрес алып ҡайттыҡ. Зилә Минһажетдин ҡыҙының кейеҙҙән эшләгән бейәләйҙәренә, шарфтарына, бишмәт, һаҡалдарына һоҡланмау мөмкин түгел ине.
Азалиә СӨЛӘЙМӘНОВА, V «Б» синыфы уҡыусыһы.
Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.