+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Ватан-әсә саҡыра" скульптураһын боҙҙан яһаған

Волгоград ҡалаһындағы мөһабәт "Ватан-әсә саҡыра" скульптураһының боҙҙан яһалған күсермәһе фотоһын күрҙегеҙме әле? Иҫ киткес шәп бит, ә?!

Уны Учалынан Ринат Шакиров яһаған. Был турала район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов социаль селтәрҙә хәбәр иткәс, яңылыҡ йәшен тиҙлегендә таралып,шунда уҡ халыҡты әсир итте. Ысынлап та, һоҡланғыс эш, шулай бит?

Ринат Шакировтың был скульптураһы районда ойошторолған "Тылсымлы боҙ" конкурсында Гран-приға лайыҡ булған. 

Фото: vk.com. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: