+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әсәнән күргән – тун бескән

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте. Эш оҫтанан ҡурҡа. Эш үҙе өйрәтә. Эйе, халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә шул. Иҫәнғолдағы Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең «Моделләү һәм кейем дизайны» синыфында шөғөлләнеүсе ҡыҙҙарға төбәп тә әйтергә мөмкин был хеҙмәт тураһындағы әйтемдәрҙе. 2022 йылдың сентябрендә Өфөләге «Урал» галереяһында үткән «Йәйләү» республика кейеҙ конкурс-фестивалендә II урын яуланылар бит.

Әсәнән күргән – тун бескән
Әсәнән күргән – тун бескән

Уҡытыусылары Гөлфиә Вәлитова етәкселегендә кейеҙҙән әҙерләгән «Дала көйө» коллекцияһын күр­һәткәйнеләр. Шул оҫта ҡуллы ҡыҙҙарҙың береһе – 2-се мәктәптең VII «Г» синыфында белем алған Гөлнур Юлдашбаева сәнғәт мәктәбендә рәсем буйынса IV синыфта уҡый.
– Бейеүгә бирергә уйлағайным, миңә һүрәт төшөрөү, ҡул эштәре оҡшай, тигәс, ҡаршы булманыҡ, – ти әсәһе. Бик дөрөҫ, бала һә­ләтенә, теләгенә ҡарап тү­ңәрәк, секцияны үҙе һайларға тейеш. Яратҡан эш менән шөғөлләнеү күңелгә ял ғына бит. Дизайнер булырға теләгән ҡыҙ бөгөндән киләсәгенә юл яра. Уңыштар ғына юлдаш бул­һын.
Гөлнур яҡшы уҡый. Бигерәк тә математика һәм әҙәбиәт дәрестәрен ярата. Өҫтәмә белем алыу еңелдән булмаһа ла, төштән һуң «Моделләү һәм кейем дизайны» буйынса ла ҙур теләк менән шөғөлләнә. Ҡыҙ төрлө ысулдар менән һүрәттәр төшөрә. Матур ғына килеп сыға. Кейеҙҙән төрлө картиналар, уйынсыҡтар яһай. Конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулай. Яҡшы уҡыуы, еңеүҙәре өсөн район хакимиәте башлығының махсус бүләгенә лә лайыҡ бул­ған. Былтыр «Алтын сапсан» ХI Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр фестивалендә III урын яулаған.
Гөлнур таҫма менән сигеп тә картиналар эшләй. Быйыл сәнғәт мәктәбенең сығарылыш синыфында уҡый ул. Шуға әле диплом эше менән мәшғүл: таҫма менән сигеп картина эшләй һәм туҡымаға һүрәт төшөрәсәк.
Әсәнән күргән – тун бескән, тигән кеүек, Гөлнур бәләкәйҙән әсәһенән күреп, төрлө әйберҙәр бәйләргә тырыша. Шулай итеп, ҡул эше менән мауығып китә. Каникулдарын Зөлфиә һеңлеһе менән Ибрай­ҙа үткәрергә яраталар. Гөлнур өләсәһенән дә ойоҡ-бейәләй, ултырғыс­тарға япма бәйләргә өйрәнгән.
Ял ваҡытында һылыуы менән интернеттан ҡа­рап төрлө-төрлө торттар, печеньелар ҙа бешерәләр. Бассейнға, катокка йө­рөйҙәр. Вилнур ҡустыларын ҡарарға ярҙам итә­ләр.
Өлгөр ҡыҙ баскетбол секцияһында шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Яҙғы каникулда маникюр эшләү серҙәрен дә өйрәнергә уйлай.
– Буш ваҡыттығыҙҙы әрәмгә үткәрмәгеҙ. Ярат­ҡан шөғөлөгөҙ менән булышығыҙ, – тигән теләген дә еткерҙе Гөлнур тиҫтер­ҙәренә.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Ейәнсура районы.

Әсәнән күргән – тун бескән
Әсәнән күргән – тун бескән
Әсәнән күргән – тун бескән
Әсәнән күргән – тун бескән
Әсәнән күргән – тун бескән
Әсәнән күргән – тун бескән
Әсәнән күргән – тун бескән
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: