

– Ниндәй генә саралар, конкурстар үтмәһен, бөтәһендә лә ҡатнашырға тырышабыҙ. Үҙем китапханала эшләгәс, ҡыҙым төрлө яҡлап үҫһен, тип һәр ваҡыт ярҙам итеп, уны дәртләндереп, ҡанатландырып торам, – ти ауыл китапханасыһы Нәйлә Рәйес ҡыҙы.
Ҡуйған маҡсаттарына ирешергә ынтылған, ҡушҡан эштәрҙе еренә еткереп үтәгән ныҡышмал Вилена яңыраҡ маникюр яһау серҙәре менән ҡыҙыҡһына башлаған. Интернет селтәре аша үҙ аллы өйрәнеп, хәҙер инде үҙе лә теләүселәрҙең тырнаҡтарын матур итеп биҙәй. Ныҡ оҫтарып алған. Хатта мәҙәниәт йортонда Матурлыҡ көнө айҡанлы үткәрелгән сарала тиҫтерҙәренә тырнаҡ тәрбиәләү һәм матурлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәргән.
Виленаның һәләттәре күп. Уңған ҡыҙ бисерҙан төрлө ҡул эштәре эшләү менән дә мауыға. Интернеттан ҡарап, йөҙөктәр, мунсаҡтар, браслеттар яһай. Дуҫтарына үҙенең биҙәүестәрен бүләк итеп, ҡыуандырып тора.
Ғаиләлә уртансы бала булараҡ, ата-әсәһенең иң ҙур ярҙамсыһы ул. Сөнки Вилнур ағаһы Салауат ҡалаһында белем ала, ә Рүзел ҡустыһы II синыфта ғына уҡый әле. Төрләндереп тәмлекәстәр бешереү – Виленаның иң яратҡан шөғөлдәренең береһе. Бигерәк тә ҡоймаҡ ҡойорға, торт бешерергә, салат эшләргә әүәҫ.
– Күңеленә ятҡан рецепт күрһә, шуны эшләп ҡарамайынса тынысланмай. Мин эштән ҡайтыуға бешереп, өҫтәл әҙерләп көтөп тора, – тип ҡыуана әсәһе.
Ауылда эш һанап бөткөһөҙ. Күпләп мал-тыуар тотҡан был ғаиләлә ҡыҙ – төп таяныс. Йорт ҡуяндарын ҡарау – уның яуаплылығында. Ашарға һалыу, аҫтарын таҙартыу эштәре ҡустыһы Рүзел менән икеһенә йөкмәтелгән. Шулай уҡ ғаиләләре менән бергәләп баҡсала күпләп емеш-еләк, йәшелсә ултырталар. Төрлө гөлдәр, баҡса сәскәләре үҫтереп һатыу менән дә шөғөлләнгән әсәһенә Вилена бар яҡлап ярҙам итә. Ҙур хужалыҡтарында викторияны байтаҡ ултырталар, баҡса еләктәрен ҡарау ҙа балалар иңендә.
– Һәр береһенә айырым участок бүлеп бирәбеҙ. Улар шул ерҙә еләктәрҙе тәрбиәләп тора. Бешкәс, йыйып һатышалар. Тырышһаң, аҡса ла табырға була икәнен бәләкәйҙән күңелдәренә һеңдереп, эшкә өйрәтеп үҫтерәбеҙ. Килемдәрен мәктәпкә кәрәк-яраҡ алыуға ла тотоналар, – ти уңған ҡыҙҙың әсәһе.
Тик ултырырға өйрәнмәгән тырыш Вилена буш ваҡытында саңғыла, конькиҙа йөрөргә ярата. «Киләсәктә табип булырға теләйем», – ти ул. Хыялың тормошҡа ашһын!
Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.