+24 °С
Облачно
VKOKМакс

Оҫта рәссам булыр әле

Берештамаҡ мәктәбендә ижади ҡарашлы, һәр дәрескә, һәр сараға етди ҡараусы, бар яҡлап та өлгөлө уҡыусылар бихисап. Бөгөнгө һүҙем Лилиана Ҡунаҡбаева тураһында булыр.

Оҫта рәссам булыр әлеОҫта рәссам булыр әле
Оҫта рәссам булыр әле

Ул VII синыфта белем ала, тырыш, аҡыллы, бөхтә, тыйнаҡ ҡыҙ. Бөтә фәндәрҙән дә тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Шундай әүҙем үҙе, уҡыу йылы дауамында бик күп конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнаша. Бихисап грамоталары һәм дипломдары бар. Мәктәптә үткәрелгән сараларҙың уртаһында ҡайнай.
Лилиана һүрәт төшөрөү менән дә мауыға. Күңелен һалып эшләгән рәсемдәре бик матур килеп сыға.
– Тыуған яғымдың хозур тәбиғәте мине илһамландыра, гүзәллегенә һоҡланып бөтә алмайым. Шуғалыр ҙа һүрәттәремдә лә күберәк уның матурлығы сағыла, – ти Лилиана.
Оҫта ҡуллы ҡыҙ мәрйендән биҙәүестәр эшләргә лә өйрәнеп алған. Дуҫ-иштәре лә ул бүләк иткән йөҙөк, беләҙектәрҙе ихлас кейеп йөрөй. Ата-әсәһенә лә ярҙамсы Лилиана. Буш ваҡыттарында китап уҡырға әүәҫ, «Йәншишмә» гәзите менән дә дуҫ ул.
Төрлө яҡлап һәләтле ҡыҙ киләсәктә лә юғалып ҡалмаҫ. Бөгөн һеҙгә уның бер һүрәтен тәҡдим итәм һәм уй-хыял­дарының тормошҡа ашыуын теләйем. Кем белә, бәлки, оҫта рәссам да булып китер әле.

Гөлнара ҒӘҘЕЛШИНА, уҡытыусы.
Белорет районы.

Оҫта рәссам булыр әле
Оҫта рәссам булыр әле
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас