+24 °С
Облачно
VKOKМакс

Септә һуғыу кәсебе

Күптәр бөгөн септә һуғыуҙың ни икәнен дә белеп бөтмәйҙер. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә былай тип яҙылған: “септә — теткән һалабаш йүкәһенән һуғылған эре туҡыма (ҡаплау, ябыу, төрөү өсөн ҡулланыла)".

Беҙгә был әйбер бала саҡтан таныш, сөнки элек һәр өйҙә септә һуғып ултырыусыларҙы күрә торғайныҡ.
Ә хәҙерге үҫеп килеүсе йәш быуын беләме икән?

Септәне ыжғыр буранлы ҡышҡы айҙа ла, йәйге селләлә лә ҡулланалар. Уны тирләгән атҡа ябалар. Һыуыҡта ла ул йылыта, һалҡын алдырыуҙан һаҡлай. Халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренең бөгөн дә ауылыбыҙҙа һаҡланып ҡалыуы хуплауға лайыҡ.

"Ә хәҙерге үҫеп килеүсе йәш быуын беләме икән?" - тигән һорау ҡуйғайным. Беҙҙең яҡта беләләр. Боронғо кәсепкә тотоноусы йәш егеттәребеҙҙең береһе - Илнур Әхмәтйәнов. Уға әле -17 йәш. "Септә һуғыу еңел түгел", - ти ул. Был кәсепкә Рузил ағаһынан өйрәнгән.
Рузил Ғәлиуллинды ауылда септә һуғыу оҫтаһы тип беләләр.
Афарин, Илнур! Ошондай тырыш егеттәр барында халҡыбыҙҙың милли кәсептәре һаҡланасаҡ!
 

Флүзә ӘХМӘТЙӘНОВА.

Бөрйән районы, Исламбай ауылы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас