+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Исеме матур, ҡулдары алтын

Был һүрәттәге ҡыҙ Бөрйән районы Тимер ауылынан Гөлсибәр Яманғолова булыр. Исеме матур, ҡулдары алтын уның. Төрлө биҙәкле ултырғыс япмаларын, ойоҡбаш, бейәләй­ҙәрҙе «һә» тигәнсе бәйләп ҡуя. Күҙ нурҙарын түгеп, күңел йылыһын һалып баш­ҡарғас, эштәре лә матур килеп сыға.

Исеме матур, ҡулдары алтын
Исеме матур, ҡулдары алтын

– Энә тотоп бәйләргә әсәйемдән өйрәндем. Ул йәш сағында кейемдәрҙе үҙе тегеп кейгән. Дүртенселә уҡығанда мин дә был шөғөл менән ҡыҙыҡһына башлағас, ҡурсаҡтарға кейем тегергә өйрәтте. Икәүләшеп матур-матур күлдәктәр, алъяпҡыстар тегә инек. Уларҙы һаман да ҡәҙерләп һаҡлайым. Ә ырғаҡ менән бәйләү серҙәренә технология уҡытыусыһы Рәсимә Ҡадир ҡыҙы Арыҫланғужина төшөндөрҙө. Тап шул ваҡытта тәүге ултырғыс япмаларын бәйләнем. Шулай уҡ сәйләндән сәскәләр яһай ҙа беләм. Ҡул эштәре менән булышыу шул тиклем оҡшай. Был шөғөл күңелде тынысландыра, матурлыҡты күрә белергә өйрәтә, түҙемлелек, ихтыяр көсө тәрбиәләй, – ти оҫта ҡуллы ҡыҙ.
Гөлсибәр IX синыфта белем ала. Уҡыуҙа ла алдынғы ул, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Бигерәк тә урыҫ теле һәм әҙәбиәте, химия дәрестәрен көтөп ала. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, көсөн һынап ҡарай. Мәктәп уҡыусыларының Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса призёр булған, «Йәш техник» район бәйгеһендә I урын яулаған.
Әсәһенә оҡшап, моңло итеп йырлай ҙа, уның сығыштары – һәр сараның биҙәге. Спорт менән бәләкәйҙән дуҫ. Ҡышын саңғы шыуа, йәйен көн дә иртәнсәк йүгереү менән шөғөлләнә. Был инде уның ғәҙәтенә әйләнгән. Мәктәп, район ярыштарында ла ҡатнаша.
Ярҙамсыл, кешелекле, итәғәтле ҡыҙҙың дуҫтары ла күп, синыфташтары үҙен хөрмәт итә.
Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Гөлсибәр – өйҙә ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Ҡул ҡаушырып тик ултырырға һис кенә лә яратмай ул.
Ышаныслы аҙымдар менән маҡсатына ҡыйыу атлаған аҡыллы, оҫта ҡуллы Гөлсибәр Яманғоловаға киләсәктә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: