

Ә мейестең әллә нисә төрө бар. Өй йылытыу, аш-һыу бешереү өсөн кирбес йә тимерҙән яһалған ҡоролма ҡулланыла. Борон башҡорттар тирмә эсенә лә мейес ҡорған. Ағас өйҙәр һалып йәшәй башлағас, бәләкәй мейес-ҡаҙандыҡ (ҡаҙанлыҡ) ҡуйыла, ә йәй көндәрендә тышта яғыу өсөн усаҡ-мейес сығарыла.
Әүәле беҙҙең халыҡта ул дауаланыу өсөн дә файҙаланылған. Яман көстәрҙе ҡыуа, йорт именлеген һаҡлай, тип ышанғандар. Бала оҙаҡ тыйыла алмай илаһа, ауырыһа йә үтә сибек булһа, уның башын икмәк бешергән мейес ауыҙына тығып алыр булғандар. Килендәр ҡәйнә йортона күсеп ингәс, мейескә ҡул һалып тороу йолаһы була. Икмәк бешеп сыҡҡас, «Һыйырым тыу ҡалмаһын, бейәм ҡолон һалмаһын, икмәктәрем уңып торһон!» – тип теләй-теләй мейес эсенә утын ырғытҡандар. Ул буш торорға тейеш булмаған.
Әйткәндәй, элек ауылда дүрт һөнәр кешеһенең хеҙмәте иң кәрәклеләрҙән һаналған. Кеше дин әһеле, табип, тимерсегә нисек мохтаж булһа, мейес сығарыусы һөнәре лә шундай уҡ юғары баһаланған. Көнитмешебеҙҙе зәңгәр яғыулыҡ, электр уттары яулап алған мәлдә был һөнәр оҫталарына эш кәмеп киткән кеүек ине. Әммә һуңғы йылдарҙа мейес сығарыусылар хеҙмәтенә ихтыяж йәнә артты.
Һәр яҡтың үҙ оҫталары, үҙ таланттары була. Бына беҙҙең ауылда ла оҫта мейес сығарыусы йәшәй. Рәил Ғариф улы Хәйбуллин ул. Үҙ кәсебенең бар нескәлектәренә ныҡлап төшөнгән оҫтаны бөгөн райондың күп ауылдарында яҡшы беләләр. Тәүге мейесен 1987 йылда сығара Рәил Ғариф улы. Шунан инде оҫтарып китә. Хәҙер күп өйҙәрҙә уның мейестәре йылылыҡ өләшә.
Илһам КӘРИМОВ. VI синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Исламбай мәктәбе.