+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Хыялдары ла, тормошо ла палитра төҫөндә

Алинаның һүрәттәренә күҙ һалығыҙ әле. Уларҙан ниндәйҙер сихри йылылыҡ бөркөлә, күңелдә яҡты уйҙар, матур тойғолар тыуа.

Хыялдары ла, тормошо ла палитра төҫөндәХыялдары ла, тормошо ла палитра төҫөндә
Хыялдары ла, тормошо ла палитра төҫөндә

– Бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрәм. Бигерәк тә майлы буяуҙар менән эшләргә яратам. Ҡайҙалыр бар­ғанда, юлда төҫлө ҡәләмдәр менән һүрәт төшөрөүе уңайлы. Ә бына майлы буяу күңелеңдәге бар йылы хис-тойғоларыңды сағылдырыу өсөн ҡулай, – тип хистәргә бирелеп китеп һөйләй ҡыҙ.
Алина Ғәйнуллина – Ғафури районы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол баш­ҡорт интернат-гимназияһының IX cиныф уҡыу­сыһы. Ул тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Уға баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте, физика, информатика, математика фәндәре оҡшай икән.
Ваҡыттың ҡәҙерен белеү мөһим, тигәнде тормош девизы итеп алған.
– Һәр көнөмдө файҙалы һәм мәғәнәле үткәрергә тырышам. Ваҡытты дөрөҫ бүлһәң генә күп нәмәгә өлгәшергә мөмкин. Ә һүрәт төшөрөүгә килгәндә, илһамланған мәлемдә үҙенән-үҙе ошо ижад емештәрем тыуа. Һүрәттәремә бар күңел йылылығымды һалам. Был һәләтем атайымдан киләлер. Сөнки ул тәбиғәттәге бар төҫтәрҙе асыҡ күрә, тоя белә. Шуларҙы миңә матур итеп кенә өйрәтә лә.
Таң офоҡтарын күҙәтергә яратам. Үҙебеҙҙең мәшһүр башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлайым, баш­ҡорт бейеүҙәренә һоҡланам. Шуға ла ҙур теләк менән бейеү түңәрәгенә лә йөрөйөм.
Китап уҡырға әүәҫмен. Улар яр­ҙамында үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙарға яуап табам, йәшәүҙең ҡәҙерен белергә өйрәнәм, – ти Алина.
Бына шундай тырыш, аҡыллы, талантлы ҡыҙ үҫеп килә Ғәйнуллиндар ғаиләһендә. Әйткәндәй, ул – баш бала. Айҙар, Айнур, Илдар һәм Дария туғандарына өлгөлө апай ҙа.
Татыу ғаилә башлығы Ринат Ҡамбулат улы менән уңған хужабикә Венера Марат ҡыҙы балалар бар яҡтан өлгөлө, уңған, тәртипле булып үҫһен өсөн бар көстәрен һала. Афариндар!
Алинаның да киләсәк тормошо һәм хыялдары һүрәтендәге ке­үек гел сағыу булһын, тип теләге килә.

Хыялдары ла, тормошо ла палитра төҫөндә
Хыялдары ла, тормошо ла палитра төҫөндә
Хыялдары ла, тормошо ла палитра төҫөндә
Хыялдары ла, тормошо ла палитра төҫөндә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас