

“Беҙҙең ауылдашыбыҙ Фариза Әхмәт ҡыҙы Сәфәрғәлинаның (Назарованың) хәләл ефете бына ошолайтып тиҙ генә картуф сәсә торған ҡулланма эшләгән. Көрәк менән ер соҡоп, бил бөгөргә лә кәрәкмәй. "Тимер атҡайҙы” егеп, икәүләшеп кенә, йырлай-йырлай, "һә" тигәнсе ҡартуф сәсергә була икән. Афарин, ауылдаштар!
Мул уңыштар алырға насип итһен. Көҙ өлгөргән картуфтарҙы еңел йыйып ала торған ҡулланмаһын да эшләргә насип булһын!” – тип яҙа "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге “Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе” төркөмө.
Видео: Фариза Назарова.