+28 °С
Болотло
VKOKМакс

"Изгелек талисманы"на ҡушылдыҡ

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан беҙҙең Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ла төрлө сараларға әүҙем ҡушылды. Шуларҙың береһе – Бөтә Рәсәй «Изгелек талисманы» акцияһы.

"Изгелек талисманы"на ҡушылдыҡ"Изгелек талисманы"на ҡушылдыҡ
"Изгелек талисманы"на ҡушылдыҡ

Малайҙар технология дәрестәрендә Юлдаш Нурфәйез улы Ша­һиғәлин етәкселегендә үҙ ҡулдары менән бетеүҙәр яһаны. Махсус хәрби операцияла ҡатна­шыу­сы һалдаттарға ағастан һырлап эшләнгән әйберҙәр көс-ҡеүәт, рухи ныҡлыҡ бирер, уларҙы һаҡлап йөрөтөр, тип ышанабыҙ.
Уҡыусылар ҡулы менән яһалған изгелек талисмандары хәрбиҙәргә тыуған яҡтың йылыһын да еткер­һен, тигән теләктә ҡалабыҙ. Уларға баш­ҡорт милли орнаменттары төшөрөлгән. Яу­ҙағы һалдаттарға оҡшар, моғайын. Эштәрен күңел йылыһын һалып башҡарған кескәй малайҙар ҙа киләсәктә үҫкәс, Тыу­ған илебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары булыр әле.
Ә ҡыҙҙар хеҙмәт дәрестәрендә уҡытыусылары Әлфиә Әлтәф ҡыҙы Ғәлләметдинова менән бергә «Изге эштәр өсөн биш көн» исемле файҙалы эштәр марафонына ҡушылды. Гимназияла «Үлемһеҙ полк» үткәрелгәйне, унда үҙ ҡулдары менән теккән пилоткаларын кейеп сығып теҙелделәр. Һуғышта ҡатнашҡан ҡартатай-өләсәйҙәренең портреттарын тотоп, уларҙың яу юлдарын иҫкә алдылар, ғорурлыҡ хисе татынылар.
Ошондай акцияларҙа ҡатна­шып, балалар, беренсенән, илһөйәрлек, хеҙмәт яратыусанлыҡ, бер­ҙәмлек кеүек матур сифаттарға эйә булһа, икенсенән, изге эштәре менән фай­ҙа килтерәләр, тормошта кәрәк буласаҡ һөнәрҙәргә өйрәнәләр.
Шулай уҡ гимназистар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маскировка селтәрҙәре лә үрҙе. Бер генә кешенең ҡулынан килмәй торған эштәрҙе күмәкләп «һә» тигәнсе башҡарып та ҡуйҙылар. Улар ата-әсәләре менән бергәләп яугирҙарға гуманитар ярҙам да ойошторҙо. Һалдат ағайҙарына хаттар ҙа яҙып һалдылар.

Айгөл ИГЕЛЕКОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы.

"Изгелек талисманы"на ҡушылдыҡ
"Изгелек талисманы"на ҡушылдыҡ
"Изгелек талисманы"на ҡушылдыҡ
"Изгелек талисманы"на ҡушылдыҡ
"Изгелек талисманы"на ҡушылдыҡ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас