+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Марина яратҡан шөғөлөн тапты

Билдәле педагог Василий Сухомлинскийҙың «Бала ҡулында ни тиклем оҫталыҡ булһа, ул шул тиклем аҡыллы була», тигән бөйөк һүҙҙәре тап Марина Иҙиәтова хаҡында әйтелгән кеүек. Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыусы уңған, аҡыллы ҡыҙ ул.

Марина яратҡан шөғөлөн тапты
Марина яратҡан шөғөлөн тапты

Быйыл Белорет районы Йөйәк мәктәбенең IX синыфын тамамлай ул. Хеҙмәт дәресендә нимә генә эшләһәк тә, Маринабыҙ барыһын да тырышып башҡара, ҙур оҫталыҡ менән аҙағынаса еткереп ҡуя. Интернеттан да күпте өйрәнеп алған. Бер ваҡытта ла эшен тамамламайынса ташлап ҡуймай.
Тырыш ҡыҙ төрлө ептәрҙән ниндәй генә әйберҙәр бәйләмәй ҙә, ниндәй генә картиналар сикмәй. Кәрәкмәгән, ташларға тип әҙерләнгән төрлө әйберҙәрҙән матур, зауыҡлы сувенирҙар яһап ҡуя. Ҡағыҙҙарҙан төрлө букеттар эшләргә ярата. Нимәгә генә тотонһа ла, эштәре шул тиклем матур килеп сыға, магазиндарҙағы әйберҙәрҙән һис тә кәм түгел.
Ҡул эше менән булышыу ҙур сығымдар талап итә. Был яҡтан Маринаның әсәһе бер ваҡытта ла ҡыҙының теләгенә ҡаршы төшмәй. Нимәләр кәрәк, барыһын да һатып алып бирә, үҙе лә ҡул эшенә оҫта булғанлыҡтан, ҡы­ҙына һәр яҡлап ярҙам итеп, уны дәртләндереп кенә тора.
– Буш ваҡытым юҡ тиерлек. Мәктәптән ҡайтҡас, өй эштәрендә әсәйгә ярҙам итергә, бәләкәс туғандарымды ҡарашырға, имтихандарға әҙерләнергә кәрәк. Әм­мә саҡ ҡына ваҡытым булһа, яратҡан шөғөлөмә тотонам, үҙемдең ижади донъяма сумам. Ҡул эштәре менән булыу бик оҡшай, күңелем ял итә. Матур килеп сыҡҡан эштәремде яҡындарыма, әхирәттәремә бүләк итәм, уларҙы ҡыуандырам. Үҙ ҡулың менән яһаған әйбер­ҙәргә күңел, ҡул йылыһын һалып, ихлас башҡараһың, – ти оҫта ҡуллы ҡыҙ.
Марина уҡыуҙа ла һынатмай. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.Төрлө ижади бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, һәр ваҡыт уның эштәре призлы урындар яулай. Диплом, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй ул.
Күңел талабына әйләнгән матур шөғөлдәреңдән киләсәктә лә айырылма, Марина! Һинең һымаҡ күңеле матур, ҡулдары алтын булған матурлыҡ тыуҙы­рыр­ға яратыусы кешеләр биҙәй бит донъяны!

Нурзиә МЫРҘАГИЛДИНА, уҡытыусы.
Белорет районы, Йөйәк мәктәбе.

Марина яратҡан шөғөлөн тапты
Марина яратҡан шөғөлөн тапты
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: