

Шундай оҫта ҡуллы ҡыҙ Белорет районының Тимер юл ауылында йәшәй. Ул – Рузалина Хәлилова. Ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ. Быйыл Республикабыҙҙың мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең I синыфын уңышлы ғына тамамланы.
Был бәләкәй генә ҡыҙ туғандарыбыҙ араһында яратылып, иркәләнеп кенә үҫеп килә. Тыумыштан атлай алмаһа ла, юғалып ҡалмай, тырышып уҡый, буш ваҡыттарында тәүҙә һүрәт төшөрһә, ә хәҙер өләсәһенең һаҡал, ҡашмау эшләгәнен күҙәтеп, үҙе лә сейләндән беләҙектәр, муйынсаҡтар яһарға өйрәнә. Күңел йылыһын һалып, күҙ нурҙарын түгеп башҡарған эштәрен төрлө байрамдарҙа яҡындарына бүләк итә.
Рузалинаның был яратҡан шөғөлөнән киләсәктә лә айырылмауын, тағы ла оҫтарыуын, беҙҙе матур-матур биҙәүестәре менән ҡыуандырып тороуын теләйем.
Филүзә НУРМӨХӘМӘТОВА, уҡытыусы.
Белорет районы.