

10 йәшем тулғас, Шамил ағайым тыуған көнөмә ике ҡуян бүләк итте. Быға ныҡ ҡыуандым. Ихласлап уларҙы ҡарай башланым. Ҡуяндарым тиҙ арала үрсеп китте, үҙҙәренә яңы оялар ҙа яһап ҡуйҙым.
Хәҙер миңә ҡустым Рәхимйән дә ярҙамлаша. Ҡуяндар беҙгә тамам эйәләште. Икәүләшеп үҙҙәрен кәбеҫтә, кишер, үлән, бесән, бойҙай менән һыйлайбыҙ. Һыуҙары бөтмәгәнме икәнен тикшереп кенә торабыҙ. Ауыҙҙарын ослайтып, тиҙ-тиҙ генә ашайҙар. Уларҙы күҙәтеүе шул тиклем ҡыҙыҡ. Ҡышын ҡарға сығарып йөрөтәбеҙ.
Ҡуяндарымды ныҡ яратам. Бигерәк илгәҙәк, теремек, шуҡ йән эйәләре бит үҙҙәре.
Рүзил ҒӘЛИУЛЛИН, X синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.