

Яҡшымбәт мәктәбенең VI синыфын тик “бишле” билдәләренә генә тамамлаған Алһыу Рафиҡова нимәләр генә ижад итмәй: һүрәт төшөрә, мунсаҡтар эшләй, сигеү сигә, бәйләм бәйләй һәм шулай уҡ пластилиндан да төрлө һындар әүәләй. Ә бешереү тураһында әйтеп тә тормайым. Өйҙәгеләрҙе лә гел төрлө тәмлекәстәр бешереп һыйлап ҡына тора.
– Ҡыҙым – ҡыҙыҡһыныусан бала ул. Башлаған эшенә бик етди ҡарай, еренә еткереп башҡармайынса туҡтамай. Ҡатырға ҡағыҙ, елем, скотч һымаҡ әйберҙәрҙе төрлөсә ҡулланырға оҫтарып алған. Интернет селтәрҙәре аша төрлө онлайн-дәрестәр ҡарап, үҙ өҫтөндә даими эшләй. Көндән-көн оҫтара бара. Әле бына эпоксид ыҫмалаһы менән ҡыҙыҡһына башланы. Ул ике компоненттан – ыҫмаланың үҙенән һәм ҡатырғыстан тора. Был үҙенсәлекле ҡуйы масса, теләгән бер форманы ҡабул итә ала. Уны ошо үҙенсәлеге булғаны өсөн биҙәүестәр, интерьер әйберҙәре эшләүҙә һәм сәнәғәт етештереүендә ҡулланырға мөмкин. Ә әҙер эшләнгән изделиелар бөтөнләй тирә-яҡҡа хәүефһеҙ, уларҙы һалҡын аҙыҡ-түлекте һаҡлау өсөн дә файҙаланырға була икән. Хатта үҙем дә ҡыҙыҡһынам ошо ыҫмала менән, – ти әсәһе. Әйткәндәй, Гөлназ Харис ҡыҙы Яҡшымбәт мәктәбендә инглиз теленән уҡыта.
Алһыуҙың әүҙемлегенә килгәндә, мәктәптә үткәрелгән, ауыл клубында Рәзилә Байымова етәкселегендә ойошторолған төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай. Өйҙә бәләкәй Сабир ҡустыһын да ҡараша, буш ваҡыты булыу менән яратҡан шөғөлөнә тотона. Улай ғына түгел, ҡыҙҙар өсөн сәйләндән эшләнгән әйберҙәрен һатып, аҡса эшләй. Хатта үҙенең генә һатып алыусылары ла бар.
Ҡулыңдан һөйөн. Бар хыялдарың тормошҡа ашһын, Алһыу!
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Көйөргәҙе районы.