+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Миндек бәйләргә өйрәнделәр

Миндек әҙерләүҙең дә үҙенә күрә йолаһы бар икән.  

Күп кенә халыҡтар мунса ингәндә уны ҡуллана. Ифрат шәп нәмә!

Башҡортостаныбыҙҙың ҡайһы бер ауылдарында уны «миңлек», «минлек», «япраҡ» та тиҙәр. Йәшәгән урынына ҡарап, миндекте төрлө ағас япрағынан яһайҙар. Шунлыҡтан уны ҡайын ағасынан ғына түгел, саған, уҫаҡ ағастарынан да эшләйҙәр.

Яңыраҡ Стәрлебаш районының Табылды ауылында «Миндек байрамы» үткәрелде. Унда ауылдың ағинәйҙәре балаларға ҡайындан миндектең файҙаһы хаҡында һөйләне. Уны бәйләү серҙәре буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Сара аҙағында йырлашып-бейешеп, «ҡуян күстәнәсе» менән сәй эсеп,табылдылар күңелле  ял итеп ҡайтты.    

«Афарин!» тип кенә әйтәһе ҡала!

Фото һәм сығанаҡ: sterlibash-rdk.ru

Миндек бәйләргә өйрәнделәр
Миндек бәйләргә өйрәнделәр
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас