

Студияла Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының V «А» синыфы ла булып ҡайтты. Улар ҡыҫтыбый бешерергә өйрәнделәр. Әйткәндәй, был ашамлыҡ – башҡорт милли аш-һыуының бер төрө. Ул сөсө ҡамырҙан бешерелә. Ҡыҫтыбыйҙың эслегенә тары, ҡарабойҙай бутҡаһы, картуф иҙмәһе ҡулланыла.
Уҡыусылар: «Ҡыҫтыбый бешереү өсөн бигүк оҙаҡ ваҡыт кәрәк түгел икән. Ҡайтыу менән, ата-әсәйҙәребеҙгә, туғандарыбыҙға ла ашатырбыҙ!», – тиҙәр. Шулай уҡ унда улар рәхәтләнеп уйнанылар, бейенеләр, башҡорт тирмәһе итеп биҙәлгән этнозонала фотоға төшөргә лә онотманылар. Оҫталыҡ дәресенән көс-дәрт алып, күтәренке кәйеф менән ҡайттылар.
Лилиә СОЛТАНОВА