

Йәйге каникулын күңелле лә, файҙалы ла үткәрә ул. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр бит.
Кинйәнең яратҡан шөғөлө бар. Балта эшенә күңел һала малай. Әле һикәлтәләренең таҡталарын алмаштыра, әле тауыҡ ояларын рәтләй, әле һыу алыр урынға биҙрәләр бысрамаһын өсөн һике әҙерләй.
Бына яңы ғына күршеләренә туранан йөрөргә ҡапҡа эшләй һалып ҡуйған.
Көнө буйы "таҡ" та "тоҡ" килә Кинйә. Уның ҡулынан бысҡы, балта, сүкеш, шөрөп борғос төшмәй.
Бына шундай бөтмөр егет үҫә Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында. Афарин, Кинйә!