+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Их, тәмле перәниктәре!

Сағыу итеп биҙәлгән баллы, имбирле перәниктәрҙе кем генә яратмай икән! Ә уларҙы үҙ ҡулдарың менән эшләүгә ни етә?!

Их, тәмле перәниктәре!Их, тәмле перәниктәре!
Их, тәмле перәниктәре!

Республикабыҙҙың Йәмәғәт ярҙамы штабы майҙансығында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн оҫталыҡ дәресе үтте. Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты уны “Динә” хәйриә фонды ҡанаты аҫтына алынған балалар өсөн ойошторҙо. Кондитер Альбина Зинәтуллина махсус рәүештә перәниктәр бешереп килтергәйне. Был тәмлекәстең элек-электән әҙерләнеүе, Рәсәй халҡының хатта уға бәйле йолалары ла бар икәнен аңлаттылар бәләкәстәргә. Үҙ ҡулдары менән биҙәлгән тәмле перәниктәргә балалар бик ҡыуанды.

Их, тәмле перәниктәре!
Их, тәмле перәниктәре!
Их, тәмле перәниктәре!
Их, тәмле перәниктәре!
Их, тәмле перәниктәре!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас