+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Ҡайып сигеүҙе үҙ итә

Дилара Дилмөхәмәтова X синыфты Фатима Мостафина исемендәге премия лауреаты булып тамамланы. Ул уҡыған  Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында икенсе йыл ғына тапшырыла был бүләк. Дилара ниндәй уңыштары өсөн лайыҡ булды, тиһегеҙме? Яҡшы уҡыуы менән бер рәттән ул уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында технология буйынса республикала – еңеүсе, ил кимәлендә призёр булды.

Ҡайып сигеүҙе үҙ итәҠайып сигеүҙе үҙ итә
Ҡайып сигеүҙе үҙ итә

- Олимпиадаларҙа VII синыфта уҡығанда ҡатнаша башланым. Остазым Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы минең эштәремде күреп, ҡатнашырға тәҡдим итте. Тегеү бик оҡшай, шуға буш ваҡытымды технология кабинетында үткәрә торғайным. Беҙ бик күп конкурстарҙа һәм конференцияларҙа ҡатнаштыҡ һәм еңеүҙәргә өлгәштек. Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы менән проекттарҙы әҙерләү өҫтөндә бик күп эшләнек. Уҡытыусым күп ваҡытын һәм тырышлығын һалып, минең конкурстарҙа еңеүемә үҙ өлөшөн индерҙе. Улай ғына түгел, киләсәктә ниндәй юл һайларға ярҙам итте. Әлбиттә, әсәйемдең ҡеүәтләп, дәртләндереп тороуы ла үҙемә ышанысты арттырҙы, алға барырға көс бирҙе. Минеңсә, тырышлыҡ менән генә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеп була, – ти Дилара.

Һәләтле кеше төрлө яҡлап һәләтле була, тигән һүҙҙәр тағы иҫкә килеп төшә. Дилара ла бәләкәй генә сағынан “Сәңгелдәк» тапшырыуында төшкән. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә йыр түңәрәгендә шөғөлләнеп, ҡала конурстарында призлы урындар алған. Бейеүсе лә булған. Музыка мәктәбендә скрипка буйынса башланғыс белем алған. Константин Хабенскийҙың театр студияһында шөғөлләнгән. Бына бит, бер кешегә күпме һөнәр!?  Әммә технология менән ныҡлап шөғөлләнә башлағас, конкурстарға, олимпиадаларға әҙерләнеү күп ваҡыт алғанға,  ҡайһы бер яратҡан шөғөлдәрен ташларға тура килгән. Сөнки проекттарҙы уңышлы яҡлап, еңеү яулау өсөн теорияһын да ҡабатларға, практик яҡтан да ентекләп әҙерләнергә кәрәк. Шунһыҙ булмай.  Ҡыҙ алдына маҡсат ҡуйып, шуға өлгәшеү өсөн бар тырышлығын һала.

Дилараның эштәре милли йүнәлештә. Тамбурлы сигеү ысулын ҡуллана. Тәүге эше – намаҙлыҡ. Уны республикабыҙҙың төнъяҡ-көнсығышында киң таралған тамбурлы сигеү ысулы менән биҙәй.

Әйткәндәй, әле Дилара ауылда – Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡта ял итә. Ял итә, тип әйтеп тә булмайҙыр, бәлки.

  - Өй, ҡош-ҡорт, баҡса – эш етә. Каникул тип тормай, Берҙәм дәүләт имтиханына ла әҙерләнәм, – ти ул.

Эйе, XI синыфҡа бара бит, барыһын да алдан планлаштырған ҡыҙ гимназияны тамамлағас, технология буйынса юғары белем алырға теләй. Рәсәй олимпиадаһында ошо фән буйынса призер булыуы уға уҡырға ингәндә өҫтөнлөк бирәсәк. Дилара был бәйгегә милли биҙәктәр ҡулланып, заманса күлдәктәр теккән.

- Яратҡан һөнәрең тормошта ла ярҙам итәлер. Үҙеңә кейем тегеп кейәһеңме? – тип һорайбыҙ.

- Тегеү эшен белеүем, әлбиттә, бик һәйбәт. Тәүҙәрәк экология тематикаһы менән шоперҙар тектем. Әлегә кейем тегеп кейгәнем булмаһа ла үҙемдең теген машинаһында әйбер ҡыҫҡартыу, тарайтыу, ваҡ-төйәк тегеп алыу бик ярап ҡала.

Гүзәл затҡа, буласаҡ хужабикәгә аш-һыуға ла оҫта булыу кәрәк. Дилара тәмлекәстәр, аш-һыу әҙерләргә лә әүәҫ.

Тырыш башҡорт ҡыҙына киләсәктә халҡын матур-матур ижад емештәре менән ҡыуандырырға яҙһын!

Ҡайып сигеүҙе үҙ итә
Ҡайып сигеүҙе үҙ итә
Ҡайып сигеүҙе үҙ итә
Ҡайып сигеүҙе үҙ итә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас