+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Тәмле бал менән дан тоталар

Бөгөн республикабыҙҙа Умартасы көнө билдәләнә. Байрам айҡанлы баш ҡалабыҙҙа Бал йәрминкәһе ойошторолдо. Фотолағы һатыусыларҙы күптәр, айырыуса Нуриман районында йәшәүселәр, яҡшы белә.

Тәмле бал менән дан тоталарТәмле бал менән дан тоталар
Тәмле бал менән дан тоталар

Никольское ауылынан Владимир Малахов данлыҡлы умартасы булараҡ билдәле. Бер нисә тиҫтә йыл инде ул ошо файҙалы аҙыҡ менән район халҡын тәьмин итә, тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Балы сифатлы булғанға, күптәр теләп ала. Күркәм батмандар ҙа – Владимир Малаховтың ҡул эше.

Үҙем умартасылар араһында үҫтем, хәҙер ҙә бөтә ғаилә менән шөғөлләнәбеҙ, ти ул. Ейәне Артем, әле уҡыусы ғына булһа ла, олатаһынан күп нәмәгә өйрәнгән. Йәрминкә барышы менән икеһе лә ҡәнәғәт.

АВТОР фотоһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас