+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Бал татлы булһа ла, хеҙмәте әсе

Дуҫтар, һеҙҙе бал ҡорто саҡҡаны бармы? Ә бына бер туған Дилә менән Билал ТОМАНШИНдар бик күп тапҡыр сағылған, хатта нисә тапҡыр икәнен үҙҙәре лә иҫләмәй. Шулай ҙа улар ҡорттан ҡурҡмай, киреһенсә, йәй буйы умарталыҡтан сыҡмайҙар. Аталары Илдус Тимербулат улына ҡарап, башҡорт халҡының боронғо кәсебен өйрәнәләр.

Бал татлы булһа ла, хеҙмәте әсеБал татлы булһа ла, хеҙмәте әсе
Бал татлы булһа ла, хеҙмәте әсе

Дилә быйыл IV синыфҡа бара, Билал – һигеҙенсегә. Улар Өфө ҡалаһының 93-сө физика-математика лицейында уҡый. Йәйге каникулдарын әсәләре Әнисә Хәсән ҡыҙының тыуған яғында – Белорет районының Берештамаҡ ауылында үткәрергә яраталар. Инйәрҙә һыу инәләр, баҡса үҫтерешәләр һәм, әлбиттә, бал ҡорттарын ҡарашалар.
– Ҡорттан сағылып, ҡайһы бер­ҙә мәктәпкә шешкән күҙ йә танау менән барырға тура килә. Синыф­таштарым да быға өйрәнеп бөттө, шаяртып, миңә «пчеловод» ти­гән ҡушамат таҡтылар, – тип көлә Билал.
Билал – умарталыҡта төп яр­ҙамсы. Атаһы бал алған саҡта тиҙ генә дәдәндең (беҙҙә умартаны шулай тиҙәр) ҡапҡасын асып-ябып тора, рамдарҙы таҙарта, бал айыртыша. Диләнең дә эше яуаплы – ул ата-әсәһенә күс айыр­ғанын хәбәр итә һәм умартаны төтәҫләй.
– Кәрәҙле рамдарҙы алған саҡта ҡорттар саҡмаһын өсөн төтөн ебәрергә кәрәк. Уның менән бал ҡорттарын ҡайһы бер сирҙәрҙән дауаларға ла була,– тип аңлата Дилә.
Күс айырғанын күреп, хәбәр итер өсөн Диләгә умарталыҡтан күҙ ҙә алмаҫҡа тура килә. Әгәр күрмәй ҡалһа, айырылып сыҡҡан күс ситкә осоп китә, тимәк, бал да әҙерәк буласаҡ.
– Ҡорттар аяҙ, эҫе һәм ел булмаған саҡта айыра. Ғәҙәттә, иртәнге 11-ҙән киске 5-кә тиклем. Был йәйҙә мин биш тапҡыр ваҡытында күреп ҡалып, өлкәндәргә әйттем. Улар күстәрҙе алып ҡалды,– ти ҡыйыу ҡыҙ.
Томаншиндарҙың ун баш умартаһы бар. Былтыр 100 литр бал алғандар. Үҙҙәренән һәм туғандарынан артып ҡалғанды һатып, Дилә менән Билалға мәктәп кейеме һәм кәрәк-ярағына тотоналар.

Нурзиә ХӘСӘНОВА.

Бал татлы булһа ла, хеҙмәте әсе
Бал татлы булһа ла, хеҙмәте әсе
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас