

Әҙилә – Баймаҡ ҡыҙы. Беҙ Милли кейем көнөндә таныштыҡ. Уҡытыусылары был синыф балалары менән бик матур дәрес әҙерләгәйне. Әҙилә үҙе яҡшы өлгәшә – бер генә “дүртле”һе бар. Ҡыҙҙар өсөн үҙенсәлекле шөғөлө лә бар: ҡурайҙа уйнай белә. Дзюдоны үҙ итә – ил буйынса призлы урындар яулаған хатта. Шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә лә һынатмай, былтыр республикала II урынға лайыҡ булған. Йәнә ҡул эштәрен үҙ иткәс, стилләштерелгән кескәй түшелдерек яһау Әҙиләгә бер ни тормаған. Ғорурланып кейеп йөрөй. Афарин!
АВТОР фотоһы.