+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Уйынсыҡтар яһау оҫтаһы

Ете йәшлек сағында ҡустыһына ойоҡ бәйләп кейҙергән Әнисә ХӨРМӘТУЛЛИНА был шөғөл үҙен ғүмер буйы оҙата барыр, тип уйламағандыр ҙа. Улай тиһәң, әсәһенең ҡулында гел энә лә ырғаҡ булған. Тимәк, ҡыҙҙың бәйләүгә һөйөүе бөтөнләй осраҡлы түгел.

Уйынсыҡтар яһау оҫтаһыУйынсыҡтар яһау оҫтаһы
Уйынсыҡтар яһау оҫтаһы

Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында тыуып үҫкән Әнисә Әнүәр ҡыҙы томрошҡа сығыу менән Өфөлә төпләнә, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, заводта эшләп хаҡлы ялға сыға. Буш ваҡыттарында ырғаҡ менән кейем бәйләп, туған-тыумасаларына бүләк итә, үҙен һәм балаларын кейендерә. Һуңғы осорҙа яратҡан шөғөлө саҡ ҡына икенсе йүнәлеш ала.

– Магазинда ҡар бабай уйынсығы күреп ҡалдым да ниңәлер шундайҙы бәйләгем килде. Аҡ еп һатып алып, бер нисәүҙе теҙеп ултыртып та ҡуйҙым. Был Яңы йыл алды ине, бүләккә бик ярап ҡалды, — ти Әнисә апай. — Ошонан һуң уйынсыҡтар бәйләүгә ныҡлап тотондом. Был ғаилә хоббиһына әйләнде, тиһәң дә була — ҡыҙым да ярҙам итә.

Эштәрен һораусы булһа, һатып та ебәрә. Тик күберәк үҙе өсөн яһай. Бәйләү тынысландыра, насар уйҙарға урын ҡалдырмай, ти. Ә Әнисә Әнүәр ҡыҙы өсөн һирәк кенә ҡатнашҡан төрлө йәрминкәләр — үҙе кеүектәр менән аралашыу урыны. Уйынсыҡтарын алып сыҡҡас, әлбиттә, алыусылар ҙа бар — ҡуян, ташбаҡа, йылан, жираф, һигеҙаяҡтары бигерәк күҙ яуын алалар бит!

 

Дуҫтар, йомшаҡ уйынсыҡтарҙы һеҙ үҙегеҙ ҙә бәйләй алаһығыҙ, әллә ни ауырлығы юҡ. Әнисә апайығыҙ менән һеҙгә өкө схемаһын тәҡдим итәбеҙ.

Ырғаҡҡа өс күҙ йыйып тоташтырабыҙ ҙа бер күтәреүсе бағана һәм 5 салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. Шунан һәр юлда уларҙың һанын арттыра барабыҙ: 12 (1+11), 18, 24, 30, 36. Һуңғы юлды алты тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Кире кәметәбеҙ: 30, 24, 18. Килеп сыҡҡан һынға мамыҡ тултырабыҙ ҙа ҡуша бәйләйбеҙ йә тегәбеҙ. Ике яҡ осона епте ҡырҡҡыслап, өкөгә “ҡолаҡтар” ҡуябыҙ. Күҙҙәр өсөн дүрт күҙ йыйып, алдағы схема буйынса тәүҙә – 8, һуңынан 16 бағана бәйләйбеҙ. Түңәрәк буйынса барлығы өс кенә рәт буласаҡ. Килеп сыҡтымы? Күңелебеҙгә ятҡан мәрйендәрҙе күҙ ҡараһы һәм суҡыш итеп тегәбеҙ йә йәбештерәбеҙ.

Рәттәр һанына, ырғаҡтың ҙурлығына, ептең ҡалынлығына ҡарап, уйынсыҡ төрлөсә килеп сығыуы мөмкин. Бәләкәсерәген биштәрегеҙгә брелок итеп таҡһағыҙ ҙа була.

АВТОР фотолары.

 

Уйынсыҡтар яһау оҫтаһы
Уйынсыҡтар яһау оҫтаһы
Уйынсыҡтар яһау оҫтаһы
Уйынсыҡтар яһау оҫтаһы
Уйынсыҡтар яһау оҫтаһы
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас