Ҡыҙҙары бәләкәйерәк булғанда уларға ла өйрәткән. Балаларым үҫеп бөтһә лә, һаман тегәм – ейәндәрем килһә уйнай, тип яҙған ул беҙгә. Мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы нәскиҙән ҡурсаҡтар тегеп уҡыусы ҡыҙҙарына бүләк итә барған. "Йоҡосо уйынсыҡтар" бәйләп йоҡо бүлмәһенә элеп ҡуйған. Ә беҙҙең конкурсҡа тәҡдим иткән динозаврҙарҙы уҡыусыларына ла тегергә өйрәткән. Шәп бит?! Һатыуҙыҡынан ҡалышмай!
Дуҫтар, «Үҙем эшләгән уйынсыҡ» конкурсына эштәр ҡабул итеү тамамланды. Кемдәр ҡатнашып өлгөрмәгән, кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Алда тағы ла матур ижади бәйгеләр көтә! Беҙҙең менән ҡалығыҙ!