Ул III синыфта белем ала. Тырыш малай икенсе йыл ағастан конструкторҙар яһау түңәрәгенә йөрөй. Ошо ваҡыт эсендә байтаҡ уйынсыҡтар һәм әйберҙәр эшләп өлгөргән: вертолет, танк, самолет, ҡәләм-ручка ҡуйыу өсөн сувенир... Видеояҙмалағы ағас механизмды Айтуған “Кәнфит биргес” тип атаған. Өҫтәге һауытҡа түңәрәк кәнфиттәр һалына, улар бер аҙ ауыш эшләнгән улаҡтан тәгәрәп төшөргә тора. Түбәндәрәк урынлашҡан маятник-рычагтың бер яҡ башында ҡалаҡ, икенсеһендә ауырлыҡ урынлашҡан. Ҡалаҡ буш саҡта ауырлыҡ рычагты ҡалҡыта һәм клапанды төртөп асып ебәрә, шул ваҡытта түңәрәк кәнфит сират буйынса берәмләп кенә ҡалаҡҡа төшөп ята. Рычаг аҫҡа төшә лә кәнфитте аҫтағы һауытҡа тәгәрәтеп төшөрә. Шунан процесс кире ҡабатлана. Был видеола кәнфит урынына быяла шариктар ҡулланылған. Ошо проект менән район конкурсында Айтуған III урынды яулаған. Вәт, исмаһам, оҫта!