+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Бейер ул, бейер ул, бейер өсөн тыуған ул!

Мәскәүҙә йәшәп тә башҡорт рухлы, сая егет булып үҫеп килгән Әмиргә һоҡланмау мөмкин түгел. Теле асылыуҙан алда бейей башлаған, тиҙәр уның хаҡында. Әле ун йәштә генә булһа ла, бик ҙур сәхнәләрҙе яулап, төрлө тарафтарҙа сығыш яһап, тамашасыларҙы таң ҡалдыра, күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, дипломдарға лайыҡ ул. Һәр бейеүе концерт ҡараусыларҙың күңелендә уйылып ҡала.

Бейер ул, бейер ул, бейер өсөн тыуған ул!Бейер ул, бейер ул, бейер өсөн тыуған ул!
Бейер ул, бейер ул, бейер өсөн тыуған ул!

Һай, үҙебеҙҙең башҡорт егете! Уның сығыштарын һәр саҡ һоҡланып, ғорурланып ҡарайһың. Бейеү менән Әмир Турабов биш йәшенән шөғөлләнә башлай. Мәскәүҙә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиллегендә, Милләттәр йортонда, Красногорск, Суздаль ҡалаларында, белорус, ҡаҙаҡ дуҫтар янында, баш ҡалабыҙҙа уҙған һабантуйҙарҙа – һәр ҡайҙа ла сәхнәләрҙе иңләп, өҙә баҫып бейей ул. Үҙен алҡыштарға күмәләр, сөнки тамашасыларҙың кәйефен генә күтәреп ҡалмай, башҡорт халҡының сәнғәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, кешеләрҙе матур йәшәргә өндәй, йәшәү сәме, рух күтәренкелеге уята.
Бейергә яратыуы уға өләсәһе Әнисә менән олатаһы Илдар Динмөхәмәтовтар­ҙан күскәндер, моғайын. Улар ҙа сәхнәләрҙән төшмәй. Олатаһы сығышы менән Миәкә районынан, оҫта гармунсы ғына түгел, иҫ китмәле йырсы ла. Ә өләсәһе Ишембай тарафтарынан, моңло тауышы менән бик күп сәхнәләрҙе яңғыраткан шәхес. Шулай булғас, ейәндәре күңелендә башҡорт халыҡ бейеүҙәренә ҡыҙыҡһыныу уяныуы һис тә аптырарлыҡ түгел инде.
Ул хатта атлап йөрөгәндә лә бына-бына бейеп китер кеүек. Әмир башҡарған бейеүҙәрҙә башҡорт егеттәренең саялығы, батырлығы, яугирлығы ярылып ята. Бына ул ҡаяға ҡунған бөркөт төҫлө – ҡанаттарын йәйеп, кәйелеп-кәйелеп осҡандай, яу яланы буйлап дошмандарға ҡаршы һыбай елеп, уҡ-һаҙағын тоҫҡап атыусы яугир ҙа, дәү айыу менән иңгә-иң килеп алышыусы һунарсы ла булып китә үҙе... Малайға иң тәүге бейеү дәрестәрен Нәзир Баййегетов бирә. Шунан «Алтынай» фольклор түңәрәгенә йөрөй башлай, хәҙер етәксеһе – Ансар Исҡужин.
Әмир Башҡортостанда ял итергә ярата. Дим йылғаһында һыу инеп, ауылда баш­ҡортса иркенләп һөйләшеп, милләттәштәре менән аралашыуы үҙе бер ҙур бәхет бит! Бында ул һыуҙа балыҡтай йөҙөп, ҡомда ҡыҙынып ҡына ятмай, күңеле бул­ғансы бейеп, халыҡ алдында сығыш та яһай. Ә быйыл Миәкә районының Илсеғол ауылында Керчь исемле атҡа һәйкәл асҡанда Әмир ҙә ситтә ҡалманы. Тантанала ҡатнашып, матур бейеү бүләк итте.
Үҙен «Байыҡ» бәйгеһенә лә саҡырҙылар. Унда Әмирҙең «Порт-Артур» тарихи бейеүен башҡарыуы әлеге заманда бик урынлы һәм үҙенсәлекле булды.
Иманым камил, киләсәктә Әмир Турабов бик оҫта, юғары кимәлдәге бейеүсе булып, Риф Ғәбитов, Ратмир Бәҙретдинов, «Байыҡ» солтаны Мөхәммәт Иҙрисовтар юлын дауам итер, ҙур сәхнәләрҙе шаулатыр, халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтен тағы ла бейегерәккә күтәрер әле.

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
яҙыусы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.

Бейер ул, бейер ул, бейер өсөн тыуған ул!
Бейер ул, бейер ул, бейер өсөн тыуған ул!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас