

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының II cиныф уҡыусыларын маҡтағы килә. Үҙҙәре бәләкәй генә булһалар ҙа, бер ҙә эштән ҡурҡып тормайҙар бит әле.
Сулпан Ғәлиуллина ағаһы Ислам менән – ата-әсәһенең иң уңған ярҙамсылары. Йәй буйы баҡсала һәм теплицала күпләп йәшелсә үҫтерешеп, мул уңыш йыйып алғандар. Ғаиләләре менән бергә йәйгеһен – еләк, көҙөн мул итеп бәшмәк йыйып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп тә өлгөргәндәр.
Айхан Ғималдинов та һынатмай. Ағаһы Айназ, ҡустыһы Айзат менән эшкә өйрәнеп үҫеп килә. Айхан – үҙе етеҙ, йылғыр, өлгөр малай. Тиҙ генә ҡушҡан эште еренә еткереп үтәп тә ҡуя икән. Әле картуф алыу, ҡабаҡ ташыу эштәрен «һә» тигәнсе башҡарып та ҡуйғандар.
Шулай уҡ Аяз Шәмсетдинов та ғаиләлә өс малай араһында – уртансыһы. Ағаһы Алмаз менән атаһына мал ҡарашырға ярҙам итә. «Аҙна буйы интернатта йәшәп уҡығас, йорт эштәрен һағынып ҡайтам. Ял көндәрендә атай-әсәйгә ярҙам итәм», – ти ул.
Илдар Хәсәнов та – шәп малай. Ул ҡустыһын гел ҡарап ҡына йөрөтә. Тиҙ генә атаһына ла ярҙамлашырға өлгөрә. Бигерәк тә бәшмәккә йөрөргә ярата икән. Уны дөрөҫ йыйырға өйрәнеп алған.
Богдан Привалов – ғаиләлә берҙән-бер малай. Апаһы Виктория һәм һеңлеһе Элинаға терәк. Өләсәһенә бара һалып, баҡсаны сүп-сарҙан, иҫке япраҡтарҙан таҙартып ҡайта.
Быйыл ғына ошо белем усағына килгән Асҡар Маликов – ихлас, аралашыусан бала. Өйҙә лә, гимназияла ла ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә генә тора. Бигерәк эш һөйөүсән үҙе.
Бына ошолай бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә кескәй талбазылар. Үҙебеҙгә лә бит бала саҡта атай-әсәйҙәр: «Эшләгәнең беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн», – тип әйтә торғайны. Шулай инде, кем хеҙмәткә күнмәй, шуға бәхет ҡунмай...
Зөһрә ХӘКИМОВА.